13:22 (UTC+5), 07 Апреля 2009

Экологик именлек проблемалары тикшерелде

Евгений Рәхимҡолов
Мәләүездә Мәскәү дәүләт технология һәм идара итеү университеты филиалы базаһында "Мәғариф, фән, производствоның берләшеү процесында инновациялар" ғилми конференцияһы үтте. Пленар ултырышта һәм секциялар эшендә БР Мәғариф министрлығы, БР Фәндәр академияһы, сәнәғәт предприятиелары һәм агросәнәғәт комплексы вәкилдәре ҡатнашты. БР Экология министрлығының матбуғат секретары Гөлназ Әлмөхәмәтова хәбәр итеүенсә, конференция барышында тикшерелгән төп темаларҙың береһе булып тәбиғәттән файҙаланыу, экологик именлек һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау проблемалары торҙо. Был мәсьәлә буйынса университет, Мәләүез район хакимиәтенең мәғариф бүлеге, ҡала предприятиелары һәм район мәктәптәре вәкилдәре менән "түңәрәк өҫтәл" үткәрелде. Республиканың көньяҡ зонаһындағы тәбиғәтте һаҡлау, уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың экологик белем кимәлен күтәреү проблемаларын бергәләп хәл итеү маҡсатында БР Экология министрлығының Мәләүез территориаль комитеты менән район белем биреү учреждениеларының хеҙмәттәшлеген ойоштороу тураһында килешеүгә өлгәшелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика