13:39 (UTC+5), 06 Апреля 2009

Екатеринбургта Рәсәй-Италия иҡтисади форумы үтәсәк

Любовь Колоколова
8 апрелдә Екатеринбургта Рәсәй-Италия иҡтисади форумы үтәсәк. Унда федераль дәүләт власы органдары етәкселәре, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко ҡатнашасаҡ. Форумда ҡатнашыуға БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев етәкселегендә Башҡортостандың эшлекле даирәләр делегацияһы юллана. Программала түңәрәк өҫтәлдәр һәм машиналар эшләү, металлургия, юғары технологиялар, мебель сәнәғәте, төҙөлөш һәм төҙөлөш индустрияһы кеүек сәнәғәт секторҙары буйынса бизнес-осрашыуҙар үткәреү ҡаралған. Һөйләшеүҙә финанс учреждениелары вәкилдәре лә ҡатнашасаҡ. Был сарала ҡатнашыу Италия предприятиеларының эш тәжрибәһе менән танышыу, фәнни-техник һәм технологик хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшереү, Урал биләмәһендә берлектәге предприятиелар төҙөү мәсьәләһен ҡарау мөмкинлеге бирә. Руслан Кинйәкәев форумда доклад менән сығыш яһаясаҡ, бында ул итальян коллегалары ҡатнашлығында сәнәғәт кластерҙары төҙөү концепцияһын тәҡдим итәсәк, Итялияла уҡытыу һәм бизнес-туризм ойоштороу мөмкинлектәре тураһында һөйләйәсәк. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе итальян телендә сығыш яһарға йыйына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика