13:27 (UTC+5), 06 Апреля 2009

69 пассажир автобусы автопарктарҙы тулыландырҙы

Әлфиә Шәрәфетдинова
Башҡортостандың төп дәүләт ташыусыһы - "Башавтотранс" дәүләт унитар предприятиеһы европа класлы 69 яңы автобус алды. Төбәк етәкселеге тарафынан күрелгән көрсөккә ҡаршы саралар пакеты сиктәрендә предприятиеға, тимәк, республика халҡына һәм ҡунаҡтарына бындай бүләкте БР Президенты Мортаза Рәхимов яһаны. "Башавтотранс"тан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ташыусыһы паркын йомшаҡ ултырғыслы 27 ҡала эргәһе автобусы тулыландырҙы, 17 машина Өфө һәм республиканың башҡа ҡалалары буйлап пассажирҙар йөрөтәсәк, һыйымлы багаж бүлексәләре менән 20 уңайлы автобус ҡала-ара маршруттар буйынса йөрөйәсәк, ә "люкс" класлы биш машина бөтә ил буйлап алыҫ араларға рейстар яһаясаҡ. Автобустар араһында - "НефАЗ" автозаводы продукцияһы, шулай уҡ Голландияның "VDL" фирмаһы менән берлектә нефтекамалар эшләгән машиналар. Бөтә автобустар яғыулыҡты аҙ тотоноуы менән дан тотҡан Американың Cammins экологик саф двигателдәре менән йыһазландырылған. Асыҡланыуынса, был нефтекамаларҙың һуңғы дәүләт контракты түгел, тиҙҙән республикала тағы ла илленән ашыу пассажир транспорт саралары барлыҡҡа киләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика