11:57 (UTC+5), 03 Апреля 2009

Тимер юлсылар ике айҙа 2,5 миллион тонна нефть ташыны

Любовь Колоколова
Республиканың транспорт системаһында йөк әйләнешенең яртыһы тиерлек Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә тура килә. Быйыл ғинуар-февраль айында Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһе яуаплылығы зонаһындағы станцияларҙан 3,8 миллион тоннанан ашыу йөк оҙатылды, был пландағынан 3 процентҡа күберәк. Башҡортостан бүлексәһендә тейәлгән йөктәрҙең төп өлөшөн республиканың яғыулыҡ-энергетика, химия һәм нефть-химия комплекстары продукцияһы тәшкил итә. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе матбуғат секретары Сергей Спатар хәбәр итеүенсә, ике айҙа 2,5 миллион тоннанан ашыу нефть һәм уны эшкәртеү продукттары ташылды, был бүлексәлә тейәп оҙатылған йөк күләменең 60 процентын тәшкил итә. Ташылған йөктәр номенклатураһында икенсе урында - химикаттар һәм сода, улар 370 мең тонна тейәлде, өсөнсө урында - төҙөлөш материалдары. Тәғәйенләнеше буйынса был продукция 300 мең тоннанан ашыу оҙатылды. Куйбышев магистраленең Башҡортостан бүлексәһе яуаплылығы зонаһындағы станцияларҙа тәүлегенә 66 мең тонна йөк тейәп оҙатыла. Хәҙерге ваҡытта 5000-ләп клиент йөк оҙатыусылар булып тора, улар иҫәбендә Башҡортостандың сәнәғәт гиганттары һәм ҙур акционерҙар йәмғиәттәре генә түгел, шулай уҡ төрлө милекселек формаһындағы бәләкәй предприятиелар ҙа бар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика