12:21 (UTC+5), 02 Апреля 2009

Эшҡыуарлыҡҡа финанс ярҙамы барыһына ла еткереләсәк

Любовь Колоколова
Башҡортостан Республикаһында Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү программаһына ярашлы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе һәм дәүләттән финанс ярҙамы алыуға дәғүә итеүсе граждандарҙан документтар ҡабул ителә башланы. Бында һүҙ бизнес менән шөғөлләнеүҙең башланғыс стадияһында бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын субсидиялаштырыу; кредит килешеүҙәре буйынса процент ставкаһының бер өлөшөн, страховка взностары өлөшөн, күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыу буйынса сығымдар өлөшөн субсидиялаштырыу тураһында бара. Бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы төрҙәре тураһында тулы мәғлүмәт www.mbbash.ru һәм mfrt.bashkortostan.ru сайттарында бирелгән. Программа буйынса республика бюджетынан бүленгән аҡса - 500 миллион һумға федераль бюджеттан ҡушма финанслау шарттарында ярайһы уҡ сумма өҫтәлә - программа талаптарына яуап биргән эшҡыуарҙарға етергә тейеш. Өфөлә документтар ҡабул итеү менән БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды шөғөлләнә. Ғаризалар ҡабул итеү пункттарын киңәйтеү планлаштырыла, шул иҫәптән республика баш ҡалаһында ла. Ошо көндәрҙә эшҡыуарҙар өсөн ҡабул итеү пункттары адрестары һәм белгестәрҙең фамилиялары баҫылып сығасаҡ. Килеп тыуған һорауҙар буйынса 279-96-34 һәм 279-96-18 телефондары аша мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика