13:26 (UTC+5), 31 Марта 2009

Күн аяҡ кейеме етештереү кәмене

Евгений Рәхимҡолов
Республикала 2008 йылда күн аяҡ кейеме етештереү өстән бер өлөштән артыҡҡа кәмене. Сумкаларҙы ла беҙҙә 8,2 процентҡа кәмерәк етештерә башланылар. Уның ҡарауы, кейеҙ һәм фетр аяҡ кейемдәре сығарыу - 23,5 процентҡа, портфелдәр 4,5 процентҡа артты. Был мәғлүмәттәрҙе БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы бирә.
Күндән тауарҙарҙың айырым төрҙәрен етештереү күләмдәренең кәмеүе беҙҙә әҙерләнгән күн сеймалының күп өлөшө башҡа төбәктәргә эшкәртеүгә оҙатылыуы менән бәйләнгән. Республикала бындай профилдәге предприятиелар етерлек булмау сәбәпле сеймалдың 15 проценты ғына үҙебеҙҙә үҙләштерелә.
Хәҙерге ваҡытта республикала бер генә ҙур предприятие күн сеймалын эшкәртеүгә һәләтле. Был "Октябрьский күн мануфактураһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ләкин уға ла производствоны реконструкциялау буйынса сараларҙы тамамлау өсөн 160 миллион һум күләмендә инвестициялар талап ителә. Был сумманың күп өлөшө, 120 миллион һум самаһы, ҡорамалдарҙы яңыртыуға йүнәлтелергә тейеш.
Стәрлетамаҡ күн комбинатына күн етештереүҙе тергеҙеү өсөн тағы ла күберәк финанс һалыуҙары - 600 миллион һум тирәһе - талап ителә.
Аяҡ кейеме етештереүселәр араһында Дәүләкән аяҡ кейеме фабрикаһы уңышлы үҫешеүен дауам итә. "Нефтекама күн-галантерея фабрикаһы" һәм "Өфө күн-галантерея фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәттәренең дә иҡтисади күрһәткестәре насар түгел.
Бөгөн күндән изделиелар етештереүселәр өсөн төп проблема булып әйләнештәге средстволар етешмәүе тора. Сәнәғәт министрлығы белгестәре фекеренсә, тармаҡты үҫтереү өсөн унда уңышлы инвестицион һәм эшҡыуарлыҡ климаты булдырырға, инвестициялар ағымын тәьмин итергә, предприятиелар менән идара итеү һөҙөмтәлелеген күтәрергә, булған эш урындарын һаҡлау һәм яңы эш урындары булдырыу өсөн шарттар тәьмин итергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика