13:30 (UTC+5), 31 Марта 2009

Геомәғлүмәт технологиялары буйынса конференция үтә

Эльвира Латипова
Бөгөн Өфөлә "АМАКС Турист отель" ҡунаҡхана комплексының конференциялар залында асылған "Муниципаль идаралыҡта геомәғлүмәт технологиялары" Бөтә Рәсәй конференцияһында Рәсәйҙең дүрт тиҫтәгә яҡын ҡалаларынан - Санкт-Петербургтан алып Владивостокка тиклем - вәкилдәр йыйылған.
Был өсөнсө ошондай форум. Тәүге икәүһе Череповецта һәм Волгоградта үтте. Сираттағы конференцияны үткәреү урыны геомәғлүмәт технологияларын индереү планында теге йәки был ҡаланың тәжрибәһе унда ҡатнашыусыларға ни тиклем ҡыҙыҡлы булыуына ҡарап һайлана. Башҡортостан - бигерәк тә Өфө - тәжрибәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, шуға күрә уны ҡарауға 1 апрелдә тотош көн программаһы арналасаҡ.
Форумда геомәғлүмәт технологияларын файҙаланыу муниципаль идаралыҡты үҫтереүҙең мөһим йүнәлештәренең береһе булараҡ ҡарала. Һәр эшмәкәрлектең нигеҙендә мәғлүмәт ята. Уңыштың яртыһы - мәғлүмәттәрҙең тулылығы һәм улар менән эш итеү уңайлылығы.
Был өлкәлә хәл ителмәгән проблемалар байтаҡ әле. Атап әйткәндә, мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өсөн берҙәм стандарт юҡ: төрлө ведомстволарҙа төрлө программа саралары файҙаланыла, һәм был мәғлүмәт менән алмашыу процесын ҡатмарлаштыра. Урындағы кимәлдә эш тейешенсә ҡуйылмаған. Техник мәсьәләләр ҙә етерлек. Бөтә был мәсьәләләр өс көн буйына Өфөлә тикшереләсәк. Форум программаһында - пленар ултырыштар, дискуссиялар, техник экскурсиялар һәм оҫталыҡ кластары.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика