13:19 (UTC+5), 31 Марта 2009

1 апрелдән ватан автомобилдәренә автокредит биреүҙең яңы ҡағиҙәләре ғәмәлгә инә

Марият Артюхова
1 апрелдән Рәсәй кредит ойошмаларына физик шәхестәргә еңел автомобиль һатып алыуға бирелгән кредиттар буйынса инеп етмәгән табыштарҙы ҡаплауға федераль бюджеттан субсидиялар биреү ҡағиҙәләре ғәмәлгә инәсәк. Был документ көскә инеү менән Рәсәй Финанс министрлығына федераль бюджетҡа 2010 һәм 2011 йылдарға ике миллиард һум ассигнованиелар һалырға тура киләсәк.
Ҡағиҙәләрҙә, устав капиталында Рәсәй Федерацияһы йәки РФ Үҙәк банкының ҡатнашыу өлөшө кәмендә 50 процент тәшкил иткән һәм илдең бөтә федераль округтарында филиалдары булған ойошма ғына дәүләт ярҙамы ала ала, тип яҙылған. "Российская газета" хәбәр итеүенсә, был критерийҙарға ике банк ҡына - Һаҡлыҡ банкы һәм ВТБ - тап килә.
Субсидиялар ватанда етештерелгән, хаҡы 350 мең һумдан ашмаған еңел автомобилдәр һатыусы компанияларға заем средстволары биргән кредит ойошмаларына бирелә. Был исемлектә АвтоВАЗ-дың бөтә моделдәре, UAZ Hunter, Fiat Albea, Kia Spectra, Renault Logan, Skoda Fabia и Volkswagen Jetta. Әгәр ҙә Рәсәйҙә етештерелгән башҡа маркаларға хаҡ кәмеһә, улар ҙа был исемлекте тулыландырасаҡ, мәҫәлән, Chevrolet Niva йәки Ford Focus.
Бында ҡайһы бер шарттар күҙәтелергә тейеш. Атап әйткәндә, кредит һумдарҙа түләнергә тейеш, физик шәхес тауар хаҡының кәмендә 30 проценты күләмендә алдан түләү индерергә тейеш, кредит договорының ғәмәлдә булыу срогы - 2011 йылдың 31 декабренә тиклем.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика