12:59 (UTC+5), 30 Март 2009

Стәрлетамаҡта бюджет күрһәткестәрк арттырып үтәлде

Ольга Горюнова
2008 йыл йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡтың табыштар буйынса бюджеты 9,422 миллиард һумға үтәлде, был 2007 күрһәткестәренән 11,7 процентҡа күберәк.
Федераль бюджетҡа ҡала биләмәһендә йыйылған средстволарҙың - 29 проценты, республика бюджетына 56 проценты йүнәлтелде. Үҙ керемдәренең 15 проценты (1,411 миллиард һумдан ашыу, был күҙалланған бюджет күрһәткестәренән 3,6 процентҡа күберәк) урындағы бюджетҡа инде, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.
Урындағы бюджетҡа керемдәрҙең төп администраторҙары - һалым инспекцияһы һәм Милеккә идара итеү комитеты. Һалым һәм һалым булмаған табыштар күләмендә уларҙың өлөшөнә 58 һәм 36 процент тура килә. Пошлиналарҙан, йыйымдарҙан һәм административ штрафтарҙан урындағы бюджетҡа икешәр процент инде.
Урындағы бюджеттың һалым һәм һалым булмаған табыштар структураһында һалым табыштары 59 процент тәшкил итә. Шулай ҙа урындағы бюджетҡа һалым булмаған табыштар инеүе лә 2007 йылдағыға ҡарағанда 28 процентҡа артты. Уның төп сығанаҡтары - ергә һәм торлаҡ булмаған биналарға ҡуртым түләүе, шулай уҡ ергә ҡуртым килешеүҙәре төҙөүгә хоҡуҡтар һатыу.
2008 йылғы табыштар планын уңышлы үтәү бюджет сығымдары күләмен финанслауҙы 2007 йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда 23,8 процентҡа арттырып үтәргә булышлыҡ итте. 2008 йылда Стәрлетамаҡтың сығымдар буйынса бюджет үтәлеше 2,269 миллиард һум тәшкил итте.
Башҡортостан Республикаһы бюджетынан 752,2 миллион һум күләмендә субвенциялар һәм субсидиялар алып файҙаланылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика