19:05 (UTC+5), 30 Марта 2009

Башҡортостан - трикотаж сығарыу буйынса бишенсе урында

Евгений Рәхимҡолов
Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында трикотаж изделиелар сығарыу буйынса бишенсе урынды биләй. Бында республика продукцияһы өлөшө ил буйынса дөйөм күләмдең 5,5 процентын тәшкил итә. Был мәғлүмәттәрҙе БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы бирә.
Былтыр республиканың туҡыу һәм тегеү производство предприятиелары 4,4 миллиард һумлыҡ тауар сығарҙы. Балалар өсөн трикотаж изделиелар етештереү - 14,7 процентҡа, курткалар тегеү - 1,6 тапҡырға, пальто һәм ярымпальтолар тегеү 4,5 тапҡырға артты.
Был тармаҡтың күп кенә предприятиеларында йыл буйына производство фондтарын яңыртыуға йүнәлтелгән инвестицион программаларҙы тормошҡа ашырыу дауам иттерелде. Яңы ҡорамалдар индереү һәм технологик процестарҙы яңыртыу буйынса эштәр алып барылды.
Республикала 14 ҙур туҡыу һәм тегеү предприятиеһы иҫәпләнә, улар араһында "Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы", "Ишембай ойоҡ фабрикаһы", "Эш кейеме комбинаты" ябыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, "Искож" асыҡ акционерҙар йәмғиәте әйҙәүсе предприятиелар булып тора.
2008 йылдағы яҡшы эш күрһәткестәренә ҡарамаҫтан, республиканың туҡыу һәм тегеү предприятиеларында ҡатмарлылыҡтар етерлек. Уларҙың иң мөһимдәре - әйләнештәге средстволар етешмәү, кредит ресурстары йәлеп итеү мөмкинлеге сикләнгән булыуы һәм сит ил тауарҙары яғынан юғары конкуренция. Иҡтисади көрсөк шарттарында был проблемалар айырыуса киҫкен һиҙелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика