12:18 (UTC+5), 27 Марта 2009

Ураҙҙағы ферма төҙөлөшө ҡайтанан тергеҙеләсәк

Ольга Горюнова
Учалы районының Ураҙ ауылындағы 1280 башҡа иҫәпләнгән һөтсөлөк фермаһы - Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты подразделениеһы булып торған "Байрамғол" агрофирмаһы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эре малсылыҡ проекттарының береһе. Уны тамамлау өсөн быҙаулатыу бүлексәһе, һөт-һауыу блогы һәм һәр береһе 450 башҡа ике быҙау аҙбары төҙөргә ҡалды.
Объектта эштәр 2007 йылдың аҙағында башланды. 2008 йылдың аҙағына инженер селтәрҙәре һалынды, ике һыйыр аҙбары, санитар үткәреү, ҡатнаш мал аҙығы келәте, үҙ ҡаҙанлығы һәм башҡа объекттар төҙөлдө. Былтыр йыл аҙағында Венгриянан 500 баш голштин-фриз тоҡомло һыйыр малы килтерелде. Венгр һыйырҙары үрсем дә бирҙе - 185 һыйыр быҙауланы. Һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса һауым бөгөн 22,5 килограмм тәшкил итә.
Ураҙ фермаһы - агрофирманың алтынсы бүлексәһе. Ауыл хужалығы предприятиеһы тулы көскә эшләй башлаһа, һигеҙ йылда ул үҙ сығымын ҡаплаясаҡ. Проект авторы - Чехияның "Фармтек" компанияһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, финанс көрсөгө арҡаһында проектты тормошҡа ашырыу туҡталып ҡалды. Белгестәр, ферманың нормаль эшләүе өсөн быҙаулатыу бүлексәһе менән һөт блогын төҙөп бөтөргә кәрәк, тип иҫәпләй. Бөгөн Учалыға эш сәфәре менән килгән БР Хөкүмәте Премьер- министры Раил Сарбаев, уның беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов һәм "Урал тау-металлургия компанияһы-Холдинг" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре төҙөлөштө тамамлау мәсьәләһен тикшерҙе.
Килеп тыуған проблемаларҙы тикшереү барышында Ураҙ фермаһының ике иң кәрәкле объектын төҙөүҙе тамамлау тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был маҡсаттарға 100 миллион һум аҡса талап ителә. Средстволар табыласаҡ, һәм тиҙҙән төҙөлөш ҡайтанан тергеҙеләсәк.
Социаль яуаплы бизнес - Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты был билдәләмәгә тулыһынса тап килә. Төп эшмәкәрлектән тыш, бында социаль ихтыяждарға ла ярайһы уҡ финанслау күләме ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры Раил Сарбаев эш сәфәре барышында сәнәғәт гигантының социаль проекттары менән танышты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика