12:24 (UTC+5), 27 Марта 2009

Эшҡыуарҙар Кузбасс халыҡ-ара бизнес аҙналығына саҡырылған

Эльвира Латипова
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы республиканың эшлекле даирәләренә май айында Кемеровола Кузбасс халыҡ-ара Эшҡыуарлыҡ һәм бизнес аҙналығы үткәрелеүе хаҡында хәбәр итә. "Экспо-Себер" ХII халыҡ-ара күп тармаҡлы күргәҙмә-йәрминкә һәм "Эшҡыуарлыҡ" ХI Махсуслаштырылған йәрминкә үткәреү планлаштырыла.
Башҡортостандың бәләкәй бизнес вәкилдәре конгреста һәм күргәҙмә-йәрминкә сараларында ҡатнашыуға саҡырылған. Экспозицияның тематик бүлектәре араһында - сәнәғәт һәм ауыл хужалығы сеймалы һәм ҡорамалдар, производство-техник тәғәйенләнештәге продукция, аҙыҡ-түлек продукттары, инновацион программалар һәм проекттар, банк, аудитор, лизинг хеҙмәтләндереүҙәре һәм башҡалар.
Аҙналыҡ маҡсаты - бизнес проблемаларын тикшереү, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, шулай уҡ тауар алмашыуҙы, кооперацияны, инвестицион эшмәкәрлекте, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеү.
Ғилми-эшлекле программа сиктәрендә презентациялар һәм конференциялар планлаштырылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика