17:20 (UTC+5), 25 Март 2009

"Тәүәкән" - ХХI быуат хужалығы

Марият Артюхова
Башҡортостандың Күгәрсен районы "Тәүәкән" хужалығын киләсәк ауыл хужалығы тип атау һис арттырыу булмаҫ. Мал һәм ҡош-ҡорт үрсетеүҙең заманса технологияларын ҡулланып, бында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп кенә ҡалманылар, шулай уҡ етештерелгән продукцияны эшкәртеүҙе лә үҙләштерҙеләр.
Тәүәкәндәр Австриянан килтерелгән 180 баш симменталь тоҡомло һыйырҙарҙан башланы. Хәҙерге ваҡытта хужалыҡта бер меңдән ашыу һыйыр малы иҫәпләнә. Былтыр мең центнер самаһы һыйыр ите етештерелде, 11,6 мең центнерҙан ашыу һөт һауып алынды.
"Тәүәкән"дә һәр баш мал - компьютерҙа иҫәптә. Система һыйырҙарға ҡағылған бөтә нәмәне теркәй бара: малдың хәлен, һауымды, витаминлаштырыу сроктарын һәм башҡаларҙы.
Хужалыҡта малсылыҡ продукцияһын эшкәртеү өсөн һөт һәм май һығыу цехтары төҙөлгән. Көн һайын унда биш тоннанан ашыу һөт эшкәртелә.
Ауыл хужалығы предприятиеһында икенсе перспективалы йүнәлеш - ҡаҙ үрсетеү. 2006 йылда инкубатор асып, хужалыҡ был ҡош-ҡорт һанын алты меңгә еткерҙе. 2008 йылда биш миллион һумдан ашыуға бәпкәләр һатылды.
Тәүәкәндәр игенселек менән дә шөғөлләнә. Былтыр ужым арышының уңышы һәр гектарҙан - 32,6 , яҙғы арпаның 30 центнер тәшкил итте. Был эштә машина-трактор паркы яҡшы ярҙамсы булып тора. Бөгөн унда заманса "Клаас" фирмаһы тракторҙары, "Мак Дон" үҙ йөрөшлө урғыстары, "Маниту" тейәгестәре һәм башҡа техника байтаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика