12:31 (UTC+5), 24 Марта 2009

"Туймазыбыяла" халыҡ-ара бәйләнештәрен үҫтерә

Евгений Рәхимҡолов
"Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте сит ил партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте юлға һала. Был йәһәттән Мәскәүҙә "Крокус Экспо" күргәҙмә үҙәгендә үткәрелгән "Дарыухана 2009" ХVI Халыҡ-ара фармацевтика күргәҙмәһендә ҡатнашыу уңышлы үтте.
Күргәҙмәлә ҡатнашыу заводҡа сит илдәрҙән "Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукцияһын ҡулланыусылар - фармацевтика предприятиелары һәм продукция дистрибьюторҙары менән партнерлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаштырырға булышлыҡ итте.
"Дарыухана" күргәҙмәһе традицион рәүештә дарыухана селтәрҙәренең, фармацевтика продукцияһы етештереүселәр һәм ҡулланыусыларҙың профессиональ осрашыу урыны булып тора. Был юлы "Дарыухана"ла Рәсәй һәм сит илдәрҙең 400-гә яҡын предприятиеһының тауарҙары ҡуйылғайны.
"Туймазыбыяла" асыҡ акционерҙар йәмғиәте "Дарыухана" һәм башҡа шундай ҙур фармацевтика күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Ул ватандың медицина һәм аҙыҡ-түлек быялаһынан изделиелар етештереүсе иң ҙур предприятиеларының береһе тигән репутация яуланы. Бында бер юлы бер нисә номенклатура төркөмө тауарҙары етештерелә.
"Туймазыбыяла" акционерҙар йәмғиәте изделиеларын даими ҡулланыусылар иҫәбендә - химия-фармацевтика предприятиелары, дарыуханалар, ветеринария станциялары һәм ҡан ебәреү станциялары. Завод продукцияһы Рәсәйҙең бөтә төбәктәренә тиерлек һәм бер нисә яҡын сит илгә оҙатыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика