12:33 (UTC+5), 19 Марта 2009

Мэрияла конкурс еңеүселәрен бүләкләнеләр

Марият Артюхова
Өфөлә Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнә арналған конкурстарға йомғаҡ яһалды. Ҡала хакимиәтендә 18 мартта был конкурстар еңеүселәренә бүләктәр тапшырылды.
Түләүле медицина хеҙмәтләндереүе күрһәтеүсе дәүләт һәм муниципаль учреждениелар араһында "Ҡулланыусы ышанысы" билдәһенә Өфөнөң Октябрь районының 4-се стоматология поликлиникаһы лайыҡ булды. Ә шәхси клиникалар араһында - "Табиб плюс".
Баш ҡала халҡы араһында һорау алыу стоматология клиникаһын һайлағанда төп фактор булып медицина хеҙмәтләндереүе сифаты, хеҙмәтләндереү кимәле, заманса стоматологик ҡорамалдар менән йыһазландырылыуы тороуын күрһәтте.
Ҡала конкурсы өс этапта үткәрелде. Беренсеһендә халыҡтан һорау алынды, икенсеһендә урынға барып, предприятиеларҙың билдәле бер параметрҙар буйынса эше баһаланды, өсөнсөһөндә - еңеүселәр билдәләнде.
Өфөнөң торлаҡ хужалығы предприятиелары араһында иң яҡшы "Ҡулланыусы мөйөшө" мәғлүмәт стендына конкурста Орджоникидзе районының 27-се торлаҡ-эксплуатация участкаһы еңеүсе булды.
Бөтә донъя ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау көнөнә арналған саралар сиктәрендә ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лә конкурстар үтте. Баш ҡаланың дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында "Иң яҡшы реферат" номинацияһында 122-се башҡорт гимназияһының 7-се синыф уҡыусыһы Камил Хисаметдинов еңеүсе булды; урта махсус уҡыу йорттары араһында "Иң яҡшы реферат" - Өфө автотранспорт колледжы студенты Денис Ғәлиуллин; "Иң яҡшы листовка" - 72-се мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Радион Вәлиев; "Ҡулланыусы хоҡуҡтары йәш рәссам күҙлегенән" -144-се башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы Мелина Саттарова; "Шиғри жанр өсөн" - 18-се мәктәптең 9-сы синыф уҡыусыһы Виктория Медведева; "Йәш хәбәрсе" - 126-сы мәктәптең 4-се синыф уҡыусыһы Вадим Ҡаһарманов; "Гәзиткә иң яҡшы мәҡәлә" - 9-сы мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Әлфиә Сәлимгәрәева; "Иң яҡшы мәғлүмәт стенгазетаһы" - 90-сы мәктәптең 8-се синыф уҡыусыһы Элина Хәмиҙуллина.
"Ҡулланыусы өсөн иң яҡшы стенд" номинацияһында - Өфө сауҙа-иҡтисад колледжынан студенттар төркөмө, ә "Инновацион ҡараш өсөн" номинацияһында Башҡортостан кооператив техникумы студенттары еңде.
Шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө урын яулаған конкурсанттар ҙа аталды. Барыһына ла ҡала хакимиәте грамоталары һәм иҫтәлекле приздар тапшырылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика