12:28 (UTC+5), 17 Марта 2009

Канада менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлек йүнәлештәре билдәләнде

Эльвира Латипова
Канаданың Рәсәйҙәге Илселеге вәкилдәренең БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы етәкселеге менән осрашыуында Башҡортостан-Канада иҡтисади бәйләнештәрен уңышлы үҫтерерлек өҫтөнлөклө йүнәлештәр билдәләнде.
- Беҙҙең сәфәрҙең маҡсаты - республика менән яҡынданыраҡ танышыу, был төбәк, беҙҙең ил менән хеҙмәттәшлек планында уның потенциалы хаҡында күберәк белеү, - тине Миллар әфәнде. - Канаданың бер нисә компанияһы Башҡортостан предприятиелары менән эшләй. Беҙ илдәр араһындағы бәйләнештәрҙе артабан үҫтерергә теләйбеҙ, ә бының өсөн үҙ-ара мәнфәғәттәр спектрын киңәйтеү буйынса мөмкинлектәрҙе ҡарарға кәрәк.
Алдан үткәрелгән анализ һәм әлеге осрашыу һөҙөмтәләре нигеҙендә ҡунаҡтар бер нисә ҡыҙыҡлы һәм перспективалы йүнәлеш билдәләне. Беренсенән, Башҡортостан нефть-газ сәнәғәте предприятиелары һәм руда табыу компаниялары өсөн ҡорамалдар ебәреүҙе ойошторорға мөмкин. Икенсенән, агросәнәғәт йүнәлешендә хеҙмәттәшлек яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. Атап әйткәндә, республикаға ауыл хужалығы машиналары ебәреү һәм малсылыҡты үҫтереү буйынса бергәләп эшләү мөмкинлеге бар. Өсөнсө йүнәлеш - аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшө.
БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин был йүнәлештәрҙең һәр береһендә туҡталды һәм республика иҡтисады талаптары һәм ҙур инвестиция проекттарын дәүләт яҡлауы тураһында һөйләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика