12:14 (UTC+5), 13 Марта 2009

"УралСиб" республика балалар дауаханаһына телемедицина ҡорамалы һатып алды

Ольга Горюнова
"УралСиб" банкы Республика балалар клиник дауаханаһы өсөн 300 мең һумлыҡ Polycom телемедицина видео-конференц-элемтә системаһы һатып алды.
Система дауахана белгестәренә реаль ваҡыт режимында Рәсәй һәм сит илдәрҙәге дауалау учреждениеларынан коллегалары менән алыҫтан тороп консультациялар үткәреү мөмкинлеге бирәсәк. Система ярҙамында Республика балалар дауаханаһы белгестәре Башҡортостандың дауалау учреждениеларынан коллегаларына алыҫтан тороп консультация бирә аласаҡ.
Бәләкәй пациенттарға һәм уларҙың ата-әсәләренә видео-конференц-элемтә системаһы, республиканан ситкә сыҡмайынса, урында дауалау буйынса рекомендация алырға ярҙам итәсәк.
- Күп йылдар инде "УралСиб", илдең төп финанс институттарының береһе булараҡ, социаль эшмәкәрлеккә ҙур иғтибар бирә, - тип билдәләне "УралСиб" банкыһының Өфө филиалы идарасыһы Леонид Ғафаров. - Шуға күрә, көрсөккә ҡарамаҫтан, банк хәйриә программаларын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә. Был иҡтисади тотороҡһоҙлоҡ осоронда айырыуса мөһим.
"УралСиб" Республика балалар клиник дауаханаһы менән күптән хеҙмәттәшлек итә, уға һәр төрлө ярҙам күрһәтә. Һуңғы йылдарҙа ғына банк дауаханаға дарыуҙар һәм ҡорамалдар һатып алыуға миллион ярым һумдан ашыу аҡса бүлде. Беҙ, мохтаж балаларға ярҙам итеп, артабан да был йүнәлештә эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ.
Телемедицина видео-конференц-элемтә системаһы Республика балалар клиник дауаханаһы белгестәренә, Өфөлә тороп, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге профилле семинарҙарҙа һәм конференцияларҙа ҡатнашырға һәм телемедицина видео-конференц-элемтә системаһын ҡулланып операциялар үткәрергә булышлыҡ итәсәк. Беренсеһе бөгөн үткәрелә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика