12:33 (UTC+5), 12 Марта 2009

Минераль ашламаларға хаҡтар кәмей

Ольга Горюнова
"Салауатнефтеоргсинтез" асыҡ акционерҙар йәмғиәте республика баҫыуҙарында ауыл хужалығы эштәре башланыуға минераль ашламаларға хаҡтарҙы кәметә. Был аҙымды предприятие ауыл хужалығы тармағында һалынған ауыр иҡтисади хәлде иҫәпкә алып һәм даими ҡулланыусылары менән оҙайлы ваҡытҡа мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау маҡсатында яһаны. Акция март аҙағына тиклем дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр предприятиеның матбуғат хеҙмәтенән.
Был ҡарар компанияның стратегик аҙымы булып тора һәм Башҡортостан аграрийҙарының минераль ашламаларға талабын стимуллаштырыу маҡсатында ҡабул ителде. Минераль ашламаларға хаҡтар проблемаһы бөгөн айырыуса киҫкен - барыһы ла ашламаһыҙ юғары уңыш алып булмаясағын яҡшы аңлай.
Минераль ашламаларға хаҡтар 1 марттан кәмене. Мәҫәлән, Б маркалы карбамидҡа хаҡ ун процентҡа төштө, 16:20 маркалы азот-фосфорлы ашламалар 30 процентҡа арзанайҙы, 15:15:15 маркалы бер тонна азот-фосфор-калийлы ашламалар 20 процентҡа осһоҙораҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика