12:57 (UTC+5), 11 Марта 2009

Республиканың эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙарын Мәскәүҙә билдәләнеләр

Любовь Колоколова
Республиканың бәләкәй бизнес вәкилдәре Мәскәүҙән биш миҙал алып ҡайтты. Улар "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаттары булды, уның финалы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан Рәсәй баш ҡалаһында үтте.
Улар "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабында еңеүселәр - "Байрам өсөн төргәк" магазины директоры Ирина Иванова (Өфө), бөҙрәхана салондары селтәре директоры Светлана Липагина (Өфө), Благовещен ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры Ирина Жданова һәм "Голд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Иванцова (Күмертау).
Стәрлетамаҡтан эшҡыуар Альбина Бикмәтова "Йылдың йәш директоры" конкурсы еңеүсеһе булды, уға йомғаҡ "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры"конкурсы менән бер үк ваҡытта яһалды. Республика делегацияһын Башҡортостандың Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина етәкләне. Еңеүселәрҙе бүләкләү Царицынолағы һарайҙың Екатерина залында бик тантаналы шарттарҙа үтте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика