13:00 (UTC+5), 11 Марта 2009

Бензин етештереү һәм уның хаҡы тураһында

Марият Артюхова
Башҡортостандың нефть заводтары февралдең һуңғы аҙнаһында 122 мең тонна автомобиль бензины етештерҙе - бер аҙна элеккегә ҡарағанда 1,8 процентҡа күберәк. Рәсәй Статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был Рәсәй төбәктәре араһында иң юғары күрһәткес. 23 февралдән 1 мартҡа тиклем ил 729 мең тонна автобензин сығарҙы, етештереү күләмдәре уртаса 1,3 процентҡа кәмене.
Беҙҙең төбәктә бер аҙна эсендә 186 мең тонна дизель яғыулығы етештерелде - был да илдә беренсе һөҙөмтә һәм 22,6 процентҡа артығыраҡ.
Рәсәй Статистика идаралығы яғыулыҡ-майлау материалдарына ҡулланыу хаҡтарын да килтерә. 2 мартҡа бер литр А-76 маркалы бензиндың уртаса хаҡы 16 һум 34 тин торҙо, АИ-92 - 18 һум 76 тин, АИ-95 - 21 һум 31 тин, дизель яғыулығы - 19 һум 92 тин.
Рәсәйҙең 33 төбәгендә бензин хаҡының кәмеүе теркәлде, мәҫәлән, Омскиҙа АИ-95 бензины 8,6 процентҡа арзанайҙы. 45 төбәктә хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Ә биш субъектта автомобиль бензинына уртаса хаҡтар артыуы билдәләнде. Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта автобензин ул аҙнала 0,4 һәм 0,2 процентҡа арзанайҙы.
Март башына иң ҡиммәт бензин Анадырҙа - бер литры 37 һум 96 тин, иң арзаны Ҡазанда - 15 һум 82 тин - теркәлде.
Был ай башына республикабыҙ баш ҡалаһы А-76 бензинына хаҡ буйынса (бер литры -16 һум 50 тин/ илдә 30-сы урында, АИ-92 (19,51) - 23-сө, АИ-95 (20,99) - 49-сы, дизель яғыулығы (20,5) буйынса 26-сы урында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика