Эксклюзив
13:01 (UTC+5), 10 Ноября 2026

Иң мөһиме — халыҡҡа файҙалы булыу: Радий Хәбиров Тура бәйләнештәрҙең әһәмиәте тураһында

11 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән алтынсы Тура бәйләнеш була. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, бындай осрашыуҙарҙың төп маҡсаты — халыҡҡа реаль файҙа килтереү.

Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

«Тура бәйләнештең төп һөҙөмтәһе – файҙа килтереү. Үҙем даими осрашҡан, аралашҡан, вәғәҙәләр биргән кешеләр файҙа күрһен. Ә һуңынан беҙ уларҙың үтәлешен даими контролдә тотабыҙ. 11 ноябрҙә үтәсәк Тура бәйләнештең принцибы — мөмкин тиклем күберәк, ҙур һәм бәләкәй проблемаларҙы хәл итеү, халыҡҡа мөмкин тиклем күберәк ярҙам күрһәтеү», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Вәғәҙәләрҙән һөҙөмтәгә

Күп йылыҡ тәжрибә күрһәтеүенсә, был принцип һүҙҙәр генә түгел. Башлыҡ эшенең үҙенсәлеге хаҡында ишетеп кенә белмәйем, сөнки һигеҙ йыл Радий Хәбировтың журналистар пулында эшләйем. Ошо йылдар эсендә күрәм һәм аңлайым: ысынлап та, бының файҙаһы ҙур.

Урал аръяғында эш сәфәрҙәренең береһе. Осрашыуҙа Башлыҡҡа мәктәп автобустары етмәүгә зарландылар. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тағы ике автобус һатып алдылар, һәм ата-әсәләр өсөн проблема хәл ителде. Йәки Яңауыл районының Иҫке Вәрәш ауылын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ – унда Рәсәй Геройы Игорь Нәсибуллин уҡыған мәктәптә йылдар буйына ремонт эштәрен тамамлай алманылар. Һорау яңғырағандан һуң, эштәр тамамланды. Тап ошондай эҙмә-эҙлелек – йәнле аралашыуҙан аныҡ һөҙөмтәгә тиклем – халыҡта ышаныс тыуҙыра. Кешеләр тура бәйләнештәрҙең һөҙөмтәһен күрә. Улар Башлыҡтың вәғәҙәләрен үтәүен күрә. Хәтеремдә, саранан һуң бер инәй уның янына килде лә ҡосаҡлап алды һәм өйөнә газ үткәреүҙә ярҙам иткәне өсөн күҙ йәштәре аша рәхмәт әйтте. Был спектакль түгел. 

Аныҡ миҫалдар: эш сәфәрҙәрендә аралашыу

Радий Хәбиров райондар буйлап сәфәргә сыҡҡанда халыҡ менән даими аралаша. Пул журналистары ошондай йәнле аралашыуҙарҙың сәғәттәр буйына барғанын күреп йөрөй. Һәр сәфәрҙә Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән һөйләшергә ваҡыт таба. Ул бер ҡасан да балаларға һәм хатта өлкәндәргә селфиға төшөү үтенесен кире ҡаҡмай.

«Уларҙың бала сағы бәхетле булырға тейеш, нисек ҡыуанғандарын үҙегеҙ күреп тораһығыҙ бит. Яҡшы уҡығыҙ, ата-әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ, тием һәр ваҡыт, шул саҡта уларҙың тормошонда барыһы ла яҡшы буласаҡ», — тип билдәләй республика Башлығы.

Ағиҙелгә эш сәфәре быйыл йәй хакимиәттәге кәңәшмәнән түгел, ә баҡсасылар рәттәрен ҡарауҙан башланды. Радий Хәбиров баҡсасылар үҙҙәре үҫтергән уңышын һатҡан кәштәләр янына барып, йәшелсә һатып алды. «Миңә бер килограмм ҡыяр бирегеҙ», — тип мөрәжәғәт итте ул һатыусыларға, шул уҡ ваҡытта яңы сауҙа майҙансыҡтарында нисек эшләүҙәрен һорашты. Һуңыраҡ «Ғаилә» күп функциялы үҙәгендә ул әүҙем оҙон ғүмерлелек клубы ағзалары менән оҙаҡ аралашты, улар иһә үҙ сиратында «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы сиктәрендә республиканың туристик урындарын бушлай барып күреү мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе.

Ҡалаларға һәм райондарға теләһә ниндәй эш сәфәре графигында — мотлаҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары һәм балалары менән осрашыу. Радий Хәбиров һәр ваҡыт улар өсөн йыуаныс һүҙҙәрен таба, һәр кемдең проблемаһын тыңлай һәм хатта ябай мөрәжәғәт буйынса ла йөкләмә бирә, уны контролдә тота.

Аныҡ миҫалдар: уҙған Тура бәйләнештәрҙән һуң нимә үҙгәрҙе

БР Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская аныҡ миҫалдар килтерҙе. Иглиндең «Йондоҙло» биҫтәһендә балалар һәм спорт майҙансыҡтары, Белорет районының Шушпа ауылында күпер төҙөлгән, Октябрь районының Московка биҫтәһендә йәмәғәт мәҙәни үҙәге асылған, Өфөлә «Орион» ижад һарайы яңыртылған, Рощинский ауылында һыу менән тәьмин итеү яйға һалынған.

2025 йылда Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнешкә 9,5 меңдән ашыу һорау килгән. Иң борсоған темалар – юлдар, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү. Һаулыҡ һаҡлау буйынса мәсьәләләрҙең 94 проценты хәл ителгән. Шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү һәм ауыл хужалығы менән бәйле мөрәжәғәттәрҙең күбеһе иғтибарға алынған. Мөрәжәғәттәрҙең бер өлөшө ҡарала, әммә уларҙың барыһы ла контролдә тотола.

2026 йылда юлдар (17,2%), торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (12%) һәм социаль хеҙмәтләндереү (9,5%) буйынса һорауҙар күп. Артабан иһә һаулыҡ һаҡлау (8,8%), транспорт (7,6%), төҙөкләндереү (6,4%), мәғариф (5,7%) һәм МХО (5%) темалары килә.

Республика Башлығы ҡушыуы буйынса быйыл күсмә студияларҙың яңы форматы эшләй башланы, улар күп кенә муниципалитеттарҙы йөрөп сыҡты. Быйыл ҡабул ителгән киҫкен мәсьәләләрҙең бер өлөшө әҙерлек барышында уҡ хәл ителде.

Һуңғы йылдарҙа эфирҙа йәки шәхси осрашыуҙарҙа яңғыраған мөрәжәғәттәрҙән һуң тиҫтәләгән ҙур төҙөлөш һәм социаль программалар ғәмәлгә ашырыла башланы. Бына Радий Хәбировтың йөкләмәләре реаль объекттарға әүерелеүенә бер нисә миҫал.

Татарстан менән дуҫлыҡ күпере

2023 йылда Октябрьский ҡалаһынан Рәмил Шәрифуллин Тура бәйләнешкә Ыҡ йылғаһы аша ике республиканы тоташтырған күперҙе төҙөкләндереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. 1948 йылда төҙөлгән күперҙә хәрәкәт тулыһынса ябылды. 2024 йылда хаҡы 975 миллион һум тәшкил иткән реконструкция эштәре башланды, ә 2025 йылдың октябрендә объект ваҡытынан бер йылға алдараҡ сафҡа индерелде. Хәҙер ике төбәк халҡы йәнә бер-береһенә эшкә һәм уҡырға йөрөй ала.

«Беҙ күптән туғанлашып бөттөк, был күпер беҙҙең ғаиләләрҙе тоташтыра. Тиҙ генә төҙөрҙәр тип көтмәгәйнек. Рәхмәт һеҙгә», — тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты улар.

Өс мең кеше өсөн таҙа һыу

2022 йылдың декабрендә Туймазы районының Райман ауылы федераль программаға инде, ләкин подрядсы һыу үткәргес төҙөү ваҡытын өҙҙө. Ауыл халҡы Тура бәйләнеш ваҡытында Башҡортостан Башлығына ошо хаҡта һөйләне. Уның ҡушыуы буйынса властар яңы башҡарыусы менән контракт төҙөнө. «Экология» милли проекты сиктәрендә насос станцияһы төҙөлдө һәм 57 километр һыу селтәре һуҙылды. Хәҙер өс меңдән ашыу кеше сифатлы һыу менән тәьмин ителде. 

Рапатта яңы ФАП

Саҡмағош районының Рапат ауылы халҡы яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөүҙе һораны. Республика етәксеһе һаулыҡ һаҡлау министрлығына объектты планға индерергә ҡушты. Былтыр октябрь айында «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты буйынса төҙөлгән яңы ФАП тәүге пациенттарҙы ҡабул итте. Бинаға заманса ҡорамалдар ҡуйылған, ә оло йәштәгеләр һәм аҙ мобилле кешеләр өсөн пандус ҡаралған.

Ауыл медицинаһын тергеҙеү

Был миҫал шәхси үтенестәрҙән системалы ҡарарҙарға күсеүҙе күрһәтә. Тура бәйләнеш ваҡытында халыҡ даими рәүештә медпункттарҙың авария хәлендә булыуына зарланды. Башҡортостан Башлығы республикала ошо мәсьәләне хәл итеүгә ныҡ әһәмиәт бирҙе.

Башҡортостанда ике меңдән ашыу ФАП эшләй һәм уларҙың һәр өсөнсөһө яңыртылған.

«Алда эштәр күп, — тине Радий Хәбиров. — ФАП-тарҙың ниндәй хәлдә булыуын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ әле. Үткән быуатта түгел, ә унан да алдараҡ төҙөлгән — утын менән йылытыла, һыуыҡ һыу. Эстетика күҙлегенән ҡарағанда, был яҡшылыр ҙа, бәлки, кешеләр хәҙер боронғоға тартыла, әммә медицина күҙлегенән ҡарағанда, быға юл ҡуйырға ярамай. Был беҙҙең яуаплылыҡ зонаһы түгел тип иҫәпләгән муниципалитет башлыҡтары менән ошо хаҡта тәүге һөйләшеүҙе хәтерләйем. Юҡ, был беҙҙең дөйөм яуаплылыҡ зонаһы. Һәм, әлбиттә, фельдшерҙарҙы һаҡларға кәрәк. Улар араһында оло йәштәгеләр ҙә бар».

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин билдәләүенсә, хәҙер ФАП – инфраструктура һәм йыһазландырыу ғына түгел. 2023 йылдан төбәктә «Цифрлы ФАП» проекты индерелә, ул медицина ярҙамын алыу һәм дарыуҙар менән тәьмин итеү мөмкинлеген яҡшырта, медицина тикшереүе үтеү һәм электрон медицина хеҙмәттәре исемлеген алыу мөмкинлеге бирә.

Йәнә бер миҫал. 2024 йылда Стәрлетамаҡта дүрт саңғы трассаһының береһе уттан зыян күргән Тренерҙар, тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре республика Башлығы менән Тура бәйләнешкә сыҡты. Эштәр шунда уҡ башланды: конструкциялар нығытылды, трамплин яңынан көпләнде һәм яңы таҡталар һалынды. Былтыр яңыртылған трасса спортсыларҙы ҡабул итте.

Мөрәжәғәттәрҙең үтәлешен контролдә тотоу

Кире бәйләнеш механизмы ҡаты контролдә тотола. Былтырғы Тура бәйләнеш йомғаҡтары буйынса Радий Хәбиров эфирҙа 65 һорауға яуап бирҙе, әммә 9 меңгә яҡын мөрәжәғәт иғтибарға алынды.

«Ысынында иһә ошолай ултырыу һәм оҙаҡ ҡына һорауҙарға яуап биреү еңеү түгел. Улар төрлө ... Әммә был миңә нимә барғанын аңларға, кире бәйләнеш алырға мөмкинлек бирә», — тип билдәләй Башҡортостан Башлығы.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, формат элеккесә ҡала: республика халҡын борсоған мәсьәләләрҙе хәл итеүгә иғтибарҙы йүнәлтеү.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика