


10 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Күгәрсен районына эш сәфәре барышында «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркындағы вольер хужалығын ҡараны. Популяцияны тергеҙеү буйынса был уникаль проект республиканың экологик яуаплылығының ысын символына әүерелде.
Зубрҙарҙы республикабыҙға ҡайтарыу тарихы 2023 йылдың ғинуарында башланды. Радий Хәбиров Белоруссияға сәфәре ваҡытында үҙенең тарихи тыуған төйәгендә юҡҡа сыҡҡан төрҙөң популяцияһын тергеҙергә тәҡдим итте. Минск был башланғысты ихлас хупланы.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ведомство-ара эшсе төркөм булдырылды. Ғалимдар легендар Беловеж урманында булды һәм ҡырыҫ Урал тәбиғәте Ҡыҙыл китапҡа индерелгән хайуандар өсөн идеаль тигән һығымтаға килде. Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы рөхсәте менән 26 майҙа Башҡортостан еренә туғыҙ зубр килтерелде, ә декабрҙә уларға тағы ла туғыҙы ҡушылды.
«Беҙ был проектты шикләнеп кенә башлағайныҡ, ләкин беҙҙең урмандар уларға бик оҡшаны, — тип билдәләне Радий Хәбиров Башинформ хәбәрсеһе менән әңгәмәлә. — Ныҡлы мал аҙығы базаһы, йомшаҡ климат, уларға һөжүм итерҙәй йыртҡыстарҙың булмауы идеаль шарттар тыуҙырҙы. Бында, Башҡортостан шихандары янында ете быҙауҙың тыуыуы барыһы ла дөрөҫ барыуын күрһәтә. Проект үҙен икеләтә аҡланы: фәнни эксперимент туристарҙы күпләп йәлеп итеү урынына әүерелде».
Белгестәрҙең хәстәрлеге, төрлө һутлы үлән һәм йомшаҡ континенталь климат – былар барыһы ла зубрҙарға ыңғай йоғонто яһай. Яңыраҡ тағы ла ике быҙау тыуған. Бөгөн Европанан ситтә берҙән-бер ирекле төркөмдә 33 баш зубр бар. Проект «Экологик именлек» федераль милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Быйыл Grass һәм RWB компаниялары башланғысы менән Башҡортостан Беловеж урманынан йәнә алты зубр килтерелде. Киләсәккә пландар ҙур: 2027 йылда Президенттың Тәбиғәт фонды гранты иҫәбенә республикаға тағы ла туғыҙ зубр алып ҡайтырға тейештәр.
Инә зубрҙарҙың береһенә хәрәкәт итеүҙәрен күҙәтеү өсөн радиомаяклы муйынсаҡ кейҙергәндәр. Мәғлүмәттәр тәүлек әйләнәһенә килә, ғалимдарға хайуандарҙың һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә нисек яраҡлашыуын һәм яңы маршруттарҙы үҙләштереүен аңларға мөмкинлек бирә. Башҡалары иркенлектә йәшәй. Туристар өсөн махсус «Зубр һуҡмағы» маршруты һалынған. Демонстрация вольерындағы зубрҙар кәртәләп алынған ҙур майҙанда йәшәй. Мөһабәт хайуандарҙы һәр кем ике кимәлдәге кәртәләр аша хәүефһеҙ аранан күҙәтергә мөмкин.
Башҡортостан эксперименты уңышының тәрән тарихи нигеҙе бар. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге етәксеһе Василий Мартыненко һөйләүенсә, 20-40 мең йыл элек зубр был урмандарҙың тулы хоҡуҡлы хужаһы булған. Шүлгәнташ мәмерйәһенең серле «Билдәләр залында» уға һунар итеү төшөрөлгән һүрәттәр әле лә һаҡланған. Хайуандар бында һуңғы боҙлоҡ осоронан (яҡынса 100 мең йыл элек) мезолит дәүеренә (16 мең йыл элек) тиклем йәшәгән, уларҙы тәүтормош һунарсылары ҡырып бөтөргән. Хәҙер ғәҙеллек тергеҙелде: Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән төр ышаныслы һаҡлана.
Рәсәй Фәндәр академияһының Федераль тикшеренеү үҙәге ғалимдары иҫәпләп сығарған: экосистемаға зыян килтермәйенсә, «Мораҙым тарлауығы» паркы 70-75 баш зубрҙы ашата ала. Экологтар әйтеүенсә, хайуандар үҙҙәренең яратҡан аҙығын тап бында тапҡан. Белоруссияла булмаған, әммә Урал аръяғында күпләп үҫкән бейек ҡылған. Ғәйәт ныҡ көслө булыуҙан тыш, урман үгеҙҙәре бик шәп йөҙә, текә битләүҙәрҙә һәм һаҙлыҡтарҙа бер ауырлыҡһыҙ йөрөй ала.
«Зубрҙар донъяһында матриархат хакимлыҡ итә, – тип күҙәтеүҙәре менән уртаҡлаша Василий Мартыненко. — Тәжрибәле инә зубр ғаиләне һыу эсергә алып бара һәм иң яҡшы көтөүлектәрҙе һайлай. Ата зубр иһә айырым йәшәүҙе өҫтөн күрә һәм ҡарығыу осоронда ғына көтөүгә ҡушыла».
Рәсәй Экология министрлығының Дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Сергей Белянский төбәктең дөйөм милли эшкә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Илдә зубрҙарҙың дөйөм һаны 3230. Күпселеге Орел, Калуга, Брянск һәм Тула өлкәләрендә йәшәй, әммә зубрҙарҙың берҙән-бер ирекле төркөмө – тап Башҡортостанда.
– Башҡортостанда Беловеж урманын килтерелгән таҙа ҡанлы зубрҙарҙың башҡорт популяцияһын булдырыу буйынса проект өс йыл тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә уларҙың быҙауҙары тыуҙы, был төркөмдөң яҡшы торошо тураһында һөйләй, – тип билдәләне Сергей Белянский.
Башҡортостан Башлығы федераль ведомствоға ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе һәм төбәк проекттарын һирәк төрҙәрҙе һаҡлауҙың берҙәм системаһына берләштереүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, алда ирекле хайуандар һәм ауыл хужалығы етештереүселәре араһында конфликттарҙы булдырмау өсөн майҙандың сиктәрен билдәләү бурысы тора.
Тәбиғәт паркы биләмәһе ЮНЕСКО-ның «Башҡортостан Уралы» биосфера резерваты составына инә (яҡынса 350 мең гектар). Әммә, ғалимдар билдәләүенсә, 2,5 мең баштан торған тотороҡло популяция булдырыу өсөн 400 мең гектарға яҡын ер кәрәк.
Проект эске туризмды үҫтереүгә ҡеүәтле этәргес бирә. Боронғо урмандарҙың хужаларын күреү өсөн бөтә республиканан киләләр. Республика етәксеһе Туризм министрлығына махсус, шул иҫәптән «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» программаһы сиктәрендә оло быуын вәкилдәре өсөн экскурсиялар әҙерләргә ҡушты.
«Көслө ҡырағай хайуан — тәбиғәтебеҙҙең ысын биҙәге. Беҙ мөһим дәүләт повесткаһын ябабыҙ. Был беҙҙең ата-бабалар ере алдындағы әхлаҡи бурысыбыҙ. Белорус зубрҙарына беҙҙең тәбиғәттең оҡшауы күренеп тора – улар Башҡортостанды үҙ итте», – тип билдәләне Радий Хәбиров «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.