17:45 (UTC+5), 09 Сентября 2026

«Ҡанатлы бөркөттәр» ярҙамға ашыға. Башҡортостанда һауанан ҙур янғындарҙы кем һүндерә

«Башинформ» журналистары 2022 йылдан алып республикала янғындарҙы һүндергән, юғалған кешеләрҙе эҙләгән һәм ғүмерҙәрҙе ҡотҡарған Ка‑32А11ВС вертолёты экипажының күнекмә осошонда ҡатнашты.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Улар пилоттарҙың үҙҙәренең оҫталығын нисек камиллаштырыуын күрҙе, реаль операциялар тураһында (Wildberries складын һүндереүҙән алып Үҙәндә тау битләүенән кешеләрҙе эвакуациялауға тиклем) һөйләүҙәрен ҡыҙыҡһынып тыңланы.

Көҙҙөң тәүге көндәрендә «Башинформ» журналистары Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының КА-32 янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты пилоттарының күнекмә осошон ҡарау мөмкинлегенә эйә булды. Беҙҙең пилоттар уҙған миҙгелдә бик күп эшләне, әммә улар үҙҙәренең оҫталығын даими камиллаштырып тора.

Координаталарҙы алабыҙ, шунан тиҙ генә йыйынабыҙ ҙа ярты сәғәттән ашыуыраҡ ваҡыт үтеү менән тәғәйенләнгән урынға килеп тә етәбеҙ. Бына Ағиҙел бөгөлө, эргәлә генә бәләкәй, әммә тәрән күлдәр бар. Редакция машинаһының двигателе һыуынып та өлгөрмәне, бер нисә минуттан яҡынлашып килгән геүелдәү тауышы иртәнге тынлыҡты боҙҙо.

Ка-32А11ВС һәм уның экипажы – пилоттар Владислав Ҡоҙаҡаев һәм Артём Шабрин, шулай уҡ вертолёт бортмеханигы Александр Богданович эшкә тотондо.

Геликоптер йылға-күлдәрҙән һыу алғас та күккә күтәрелә һәм бер тапҡыр урап килгәндән һуң шартлы янғын урынына һыу ташлай. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлана. Был процесты күҙәтеүе күңелһеҙ түгел, ә бик мауыҡтырғыс.

Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Видео: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Другие видео
Видео: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Другие видео
Видео: Эдуард Ҡусҡарбәков | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Другие видео

Ҡотҡарыусылар күнекмәләр үткәргән арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкиле менән һөйләшәбеҙ. Ка-32А11ВС Күмертау авиапредприятиеһында етештерелә, тип иҫкә төшөрҙө ул. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда сығарылған «Ка» бар донъяла ҙур ихтыяж менән файҙалана. Был юғары маневрлы, тауҙа, урманда һәм ҡала төҙөлөштәрендә, шулай уҡ төрлө һауа шарттарында эшләргә һәләтле машина.

Белгес янғын һүндереү өсөн ВСУ-5 һыу ағыҙыу ҡоролмаһы ҡулланылыуы тураһында һөйләне. Ярты метр тәрәнлектән һыу тултырыу ваҡыты – бер минут, был бәләкәй йылғалар өсөн уңайлы. Шулай уҡ 5000 литрлыҡ йомшаҡ бак бар, ул 17 секунд эсендә тула, әммә бының өсөн һыу ятҡылығы 1,5 метрҙан тәрәнерәк булырға тейеш. Уның ҡарауы, секундына 900 литр һыу ташлай, ҙур майҙандарҙа утты һүндерергә мөмкинлек бирә.

Вертолёт SX-16 прожекторы, метеорадар менән йыһазландырылған. 2022 йылдан «Ка» экипаждары авиаразведка, янғындар һәм ташҡындарҙы мониторинглау, юғалған кешеләрҙе эҙләү һәм ҡотҡарыу, урман һәм техноген янғындарҙы һүндереү менән шөғөлләнә.

Файҙаланыу осоронда 100-ҙән ашыу осош яһалған, тиҫтәләгән янғын сығанағы һүндерелгән, ҡотҡарыу эштәре башҡарылған. Ҡатмарлы һауа шарттарына ҡарамаҫтан, заманса ҡорамалдар ышаныслылыҡты тәьмин итә, ғәҙәттән тыш хәлдәр авиацияһын республикала һәләкәттәр менән көрәштә төп ҡоралға әүерелдерә.

Вертолёт ергә төшә, әммә уның двигателдәре туҡтамай. Рация аша: «Башинформ»ды бортҡа саҡырабыҙ» тигән һүҙҙәр яңғырай.

«Вертолётҡа табан йүгерәбеҙ. Дөрөҫөн әйткәндә, ул тере кеүек. «Тиҙерәк бул, ваҡыт юҡ, хәҙер күккә күтәреләм дә киңлектең һәм ҡеүәттең нимә икәнен күрһәтәм», — тигән һымаҡ беҙгә.

Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

Двигателдәрҙең гөрөлдәгән тауышы һәм пропеллерҙар тыуҙырған ел һүҙҙәрҙән дә ышаныслыраҡ. Тиҙ генә салонға инеп ултырабыҙ һәм күккә күтәреләбеҙ. Ер түбәндә ҡала, йылға көмөш таҫмаға әүерелә. Беҙгә осабыҙ кеүек тойола, әммә экипаж эшкә әҙер.

«Һулда – командир, уңда — бортмеханик, һәр кем үҙ секторын ҡарай», — тип аңлата миңә Ҡоҙаҡаев.

Беренсе этап – күнекмә осошон башҡарыу. Әммә бында ла, күнекмә ваҡытында, берҙәмлек һиҙелә. Владислав машина менән идара итһә, Александр тышҡы хәл-торошто контролдә тота.

Беҙ барыһын да күреп ҡалырға тырышабыҙ, әммә 300 метр бейеклектән был еңел түгел. Әммә экипаж ландшафтың һәр детален күрә. Хатта йәшенеп ултырған балыҡсыны. Хәүеф тыуҙырған ҡоштарҙы ла. Әйткәндәй, уларҙан һаҡланыу өсөн сетка бар (МХО яугирҙәре тәжрибәһе?).

Бына беҙ һыу ятҡылығына килеп етәбеҙ, вертолет һауала аҫылынып тора. Һыу тулғансы машинаны һыу өҫтөндә хәрәкәтһеҙ тотоп тороу өсөн оҫталыҡ талап ителә. Был мәлдә двигателдең тембры үҙгәрә. Ғәжәпләнәһе түгел, биш тонна бит, ә был вертолеттың массаһынан күберәк (үҙенең ауырлығынан күберәк күтәрә алған ҡырмыҫҡа кеүек).

Һыу ташлау бортмеханиктың командаһы буйынса башҡарыла, ул төймәгә баҫыу менән клапан асыла. Түбәндә һыу стенаһының баҫыуҙағы ялҡынды һүндереүе күренә.

Ярты сәғәттән һуң ергә төшәбеҙ. Геүелдәү тауышы тына. Сығабыҙ. Ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыусылар ҙа кабинанан сыҡты. Улар эште — сәнғәткә, ә хәүефте һөнәргә әйләндерә.

Был команда көн һайын дежурҙа, беренсе сигнал булғас та янғынды һүндереүгә, юғалғандарҙы эҙләүгә йәки кешеләрҙе эвакуациялауға осорға әҙер тора.

«Беҙ ваҡыты-ваҡыты менән күнекмәләр үткәрәбеҙ, — ти командир Вячеслав Дегтярёв, ул экипаждарҙы әҙерләүҙе шәхсән контролдә тота. — Геройҙарыбыҙ ҙа бар. Бына Александр – һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн Владимир Владимирович Путиндың миҙалы менән бүләкләнгәндәрҙең береһе. Ә Владислав – командир, иң ҡатмарлы шарттарҙа оса».

Команда эшенең иң сағыу миҫалы – август айында Wildberries складында сыҡҡан ҙур янғын һүндереү. Команда буйынса экипаж 30 минут эсендә һауаға күтәрелә. Янғын сығанағын бик тиҙ табалар, ә һыу алыу урыны ялҡын ялмап алған бинанан бер ярым-ике километр алыҫлыҡта ғына була.

БР Ғәҙәттән  тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн
Фото: БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы өсөн

«Беҙ үҙебеҙҙең эште башҡарабыҙ», — ти Владислав, мин батырлыҡ тураһында һорағас.

«Ике осошта 40 тапҡыр һыу ҡойҙоҡ, — тип иҫенә төшөрә Владислав Ҡоҙаҡаев. — Төтөн һәм эҫе ҡамасауламаһын өсөн ел иҫкән яҡтан инеп, 30-40 метр бейеклектән һыу ташланыҡ».

Һөҙөмтәлә янғын тулыһынса һүндерелә, күрше ҡоролмалар һәм ер өҫтөндәге янғын һүндереү расчеттары зыян күрмәй.

Ҡотҡарыу эше һүндереү менән генә сикләнмәй. Эҙләү операциялары ла бар. Иң иҫтә ҡалырлыҡ операцияларҙың береһе өс йыл элек Белорет районы Үҙән ауылында була, унда тау битләүендә бер төркөм кешеләр ут ҡамауында ҡала.

«Урын бик ныҡ ауыш булһа ла, оҫта лётчик вертолётты ергә ултыртты, — тип өҫтәй Александр Богданович. — Беҙ ун кешене хәүефһеҙ ергә сығарҙыҡ, артабан ҡалғандарын етәкселәре менән бергә эвакуацияланыҡ».

Һәр осош юғары квалификация талап итә. Владислав Ҡоҙаҡаев «Ансат»та санитар авиацияла оса башлаған, әммә республика Ка-32 вертолётын һатып алғандан һуң Хабаровскиҙа ҡайтанан уҡып сыҡҡан.

«Был машина ҙурыраҡ, ышаныслыраҡ, унда идара итеүе еңелерәк, — ти ул. –  Әммә башта массаға һәм инерцияға өйрәнеп китеүе ауыр булды, хәҙер иһә үҙебеҙҙе ышаныслы тоябыҙ».

«Бала саҡтан пилот булырға хыялландым, — тип йылмая Артём Шабрин. — Бер тапҡыр ҙа үкенмәнем».

1993 йылдан алып стажы булған лётчик-инструктор Вячеслав Дегтярёв, беҙҙең күп кенә пилоттар кеүек үк, Өфө вертолет училищеһында уҡыған.

«Денис Чернавин да беҙҙең менән уҡыны, ул беҙҙең класташ, — тип өҫтәне Владислав Ҡоҙаҡаев. — Дуҫыбыҙ менән ныҡ ғорурланабыҙ. Ул – ысын герой».

Экипаж даими әҙерлектә тора. Дежурлыҡ теләһә ниндәй минутта башланыуы ихтимал.

«Иң мөһиме – теләк һәм белем, — ти Дегтярёв. — Маҡсат бар икән, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин».

«Эш эш инде, маҡсатыбыҙ — ғүмерҙәрҙе ҡотҡарыу һәм янғындарҙы һүндереү», — тип билдәләне Александр.

Аэродромдан ҡайтырға сыҡҡас, боролоп ҡараныҡ. Вертолет үҙ урынында, яңы осошҡа әҙер. Иртәгәһе көн имен башланһын. Әммә һәр иртә экипаж яңы көнгә әҙерләнә. Улар техниканы тикшерә, күнекмәләр үткәрә һәм сигнал көтә. Улар өсөн был эш. Әммә профессионализм менән башҡарылған эш ғүмерҙәрҙе ҡотҡара һәм беҙҙең йортто һаҡлай.

Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика