16:39 (UTC+5), 12 Мая 2026

Әбйәлил районында яңы спорт залы төҙөлөшөнә старт бирҙеләр

Әбйәлил районының Михайловка ауылында яңы заманса спорт залына тәүге нигеҙ ташы һалынды.

Инсаф Хужабирганов

Әбйәлил районының Михайловка ауылында заманса спорт комплексы төҙөлә башланы. 2019 йылда Михайловка мәктәбенең спорт залы авариялы хәлдә тип таныла. Ошоғаса балалар — коридорҙа, йылы көндәрҙә мәктәп ихатаһында шөғөлләнергә мәжбүр була. Ауыл халҡы Башҡортостан Башлығы менән Тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәс, шунда уҡ проблеманы хәл ителеү юлы табыла. Радий Хәбиров төбәк мәғариф министрлығына хәлде контролдә тоторға ҡуша.

Был проблеманы хәл итеүҙе районда баҡыр эҙләү эштәре алып барған «Салауат» компанияһы үҙ өҫтөнә алған. Төҙөлөшкә ойошманың партнеры — Рус баҡыр компанияһының хәйриә фонды аҡса бүлгән. Бөгөн Әбйәлил районы хакимиәтендә партнерҙар подрядсы ойошма менән өс яҡлы килешеү төҙөнө. Документҡа тантаналы рәүештә Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев, хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова һәм «Урал төҙөлөш идараһы» подрядсы ойошмаһы директоры Станислав Тарасюк ҡул ҡуйҙы.

1 из 4

Михайловкала төҙөлөш майҙансығында эш ҡайнай. Төҙөүселәр буласаҡ бинаның нигеҙенә бетон ҡойоуҙы тамамларға әҙерләнә. Ул әҙер булғас, тимер конструкцияларҙан спорт залын ҡорасаҡтар.

«Салауат» компанияһы мәктәп уҡыусыларына ғына түгел, бөтә ауыл халҡы өсөн заманса спорт комплексы булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Мәктәп эргәһендә урынлашасаҡ объект ауылға яңы һулыш бирер, ти ойошма директоры Таһир Бәхтигәрәев.

«Был залды менән уҡыусылар ғына түгел, ололар өсөн дә төҙөйбөҙ. Унда спортты һөйгән һау-сәләмәт балалар тәрбиәләнәсәк, ярыштар үткәреләсәк. Районда ойошманы теркәгән көндән йәш быуын өсөн файҙалы эштәр башҡарабыҙ», — тип һөйләне Бәхтигәрәев «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә.
1 из 4

Төҙөлөш майҙанында буласаҡ спорт залына тәүге нигеҙ ташы һәм киләһе быуындар өсөн хат һалыу тантанаһы үтте. Таш аҫтындағы ваҡыт капсулаһы 20 йылдан, 2046 йылда асыласаҡ. Тантаналы сарала РМК-ның хәйриә фонды етәксеһе Мария Горшкова уҡыусыларға һәм ҡунаҡтарға изге теләктәрен еткерҙе. 

«Фонд балалар, йәштәр һәм профессиональ спортты үҫтереүгә әүҙем булышлыҡ итә. Беҙҙең маҡсат — теләгән һәр кем спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Яңы спорт комплексы менән урындағы халыҡ ҡыуанып файҙаланыр тип ышанам. Ошо көндәрҙә бөтә илебеҙ менән Еңеү байрамы билдәләнек, беҙҙең бер ветерандың теләген еткергем килә — йәш быуын һау-сәләмәт булһын, сәләмәт тормош алып барһын! Әлеге проект быға үҙ өлөшөн индерер тип ышанам», — тине Мария Горшкова.

«Салауат» компанияһы етәкселеге спорт залын яңы уҡыу йылы башланыуға төҙөп бөтөргә вәғәҙәләй. Ул бөтә кәрәкле ҡоролмалар — мат, штангалар, швед стенкаһы, гимнастика һәм дөйөм физик күнекмәләр өсөн тренажерҙар менән йыһазландырыласаҡ. Заманса объекттың асылыуын хәҙер йөҙәрләгән мәктәп уҡыусыһы һәм уларҙың ата-әсәләре түҙемһеҙлек менән көтә. Өс бала әсәһе Алсу Ғөбәйҙуллина әйтеүенсә, улар быға тиклем балаларын спорт менән шөғөлләнеү өсөн район үҙәгенә йөрөтөргә мәжбүр булған.

«Беҙгә Асҡар ауылына, Магнитогорск ҡалаһына йөрөргә тура килде. Әлбиттә, бик шатмын. Улым, мәҫәлән, самбо, авиамодель спорты менән шөғөлләнә башланы. Ҡыҙым да спорт менән мауыға. Яңы спорт залына бик шат булырбыҙ», — тип уртаҡлашты күп балалы әсә.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика