
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Гөлнур Яҡупованың «Йыртҡыс ҡаны» әҫәре буйынса спектакль сәхнәләштерҙе. Билдәле яҙыусының ижады тәүге тапҡыр сәхнәлә күрһәтелде. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирғәт Ғарипов.
Гөлнур Яҡупова өсөн премьера әһәмиәтле ваҡиға булды. Сөнки быға тиклем уның әҫәрҙәре театр сәхнәһендә ҡуйылманы.
«Йыртҡыс ҡаны» — Һәҙиәнең өлөшөнә төшкән йәшәйеш һынауҙарын бәйән иткән тарих. Ҡанһыҙ әҙәмдәрҙән ҡасып, ул тәбиғәткә һыйына һәм йыртҡыстарҙың кешеләргә ҡарағанда ла мәрхәмәтлерәк икәненә төшөнә. Әммә яҙмыш һынауҙарында сыныҡҡан Һәҙиә тормош тәжрибәһенә һәм тәбиғи һиҙгерлегенә таянып, йәнә кешеләргә ышаныс белдерерлек көс таба. Уның яҙмышы – берсә һөйөү вә фажиғә, ҡыйралған хыял вә һүнмәҫ өмөт етәкләгән хәүефле һуҡмаҡ.
«Был минең тәүге проза әҫәрем, уның буйынса спектаклде ҡарау бик тулҡынландырғыс. Повесты Ғафури районының хозур урындарында, тыуған яғымда яҙҙым. Был тулыһынса уйлап сығарылған тарих, унда прототиптар юҡ, әммә унда минең уйланыуҙарым, хис-тойғоларым, образдарым бар», — тине Гөлнур Яҡупова.
Спектаклдә танылған сәхнә оҫталарын, йәш артистарҙы һәм балаларҙы берләштергән ҙур актёрҙар ансамбле ҡатнаша. Төп героиня Һәҙиә образын ике актриса кәүҙәләндерә. Йәш Һәҙиә ролен Айзилә Төркмәнова башҡара, ә хикәйәләүсе ролендә (өлкән йәштәге Һәҙиә) БР атҡаҙанған артисы Ирада Ҡадирова сығыш яһай. Спектаклдә шулай уҡ БР халыҡ артисы Ирек Булатов, БР атҡаҙанған артисы Фәнис Рәхмәтов, БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айсыуаҡ Йомағолов, Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Азат Вәлитов, шулай уҡ Юлиә Асҡарова, Гөлмирә Исмәғилева, Айҙар Шәмсетдинов, Айым Сөләймәнова һәм Айгиз Баймөхәмәтов ҡатнаша. Спектаклдә йәш актёрҙар Рамаҙан Ғәлимов, Айназа Ситдиҡова һәм Сархан Шәмсетдинов уйнай.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.