00:55 (UTC+5), 07 Октября 2026

Өфө йырсыһы нейроселтәр ярҙамында тәүге башҡорт клибын төшөргән

Инсаф Хужабирганов

Өфө йырсыһы Наил Тимербаев (Nail Bashstyle) нейроселтәр ярҙамында башҡорт телендә клип эшләгән. Видео ысын тәбиғи килеп сыҡҡан, әммә унда бер генә «тере кадр» ҙа юҡ. Был башҡорт эстрадаһында нейроселтәр эшләгән тәүге клип, тип хәбәр итте Өфө егете «Башинформ» агентлығына биргән интервьюһында.

Наил Башстайлдың башҡорт телендәге йыры «Ял бир инде» тип атала.

Йырсы заманса технологиялар ярҙамында туған телдәрҙе һәм музыканы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләй.

«Мин нейроселтәр ярҙамында башҡорт телен һәм мәҙәниәтен үҫтереү мөмкинлеген күрһәтергә теләнем. Бөгөн ҡайһы бер артистар клип төшөргәндә яһалма зиһен ҡуллана. Улар йырлап видеоға төшә һәм уны нейроселтәр ярҙамында үҙгәртә, матурлай, кадрҙар өҫтәй. Мин иһә үҙемсә эшләнем, яһалма зиһендең үҙен башҡортса йырлаттым. Һәм был килеп сыҡты: ысын кеше йырлаған кеүек. Кадрҙа барған ваҡиғалар тәбиғи, фоторәсемдәргә нигеҙләнеп мине бик оҡшатып төшөргән, — ти Наил Тимербаев. — Элек ошондай кимәлдәге клип төшөрөү ҙур аҡса һәм айырым бер ижади төркөм эшен талап итә ине, хәҙер иһә һәр теләгән йырсы нейроселтәр ярамында үҙенә клип эшләй ала».

Шулай ҙа клипты төшөрөү тулыһынса нейроселтәргә йөкмәтелмәгән. Йырсыға был эште йырып сығырға уның видеомонтажлау өлкәһендәге 12 йыллыҡ эш тәжрибәһе ярҙам иткән.

«Тылсымлы төймәгә баҫтың да, клип килеп сыҡты түгел. Барыһы ла еңел генә эшләнмәй, тәүге тапҡырҙан уҡ нейроселтәр кадрҙарҙы тәбиғи итеп төшөрмәй. Бының өсөн промттар яҙырға, йәғни яһалма зиһенгә бурыстарҙы дөрөҫ ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, бер нисә кадрҙа мине ул илап ултырған итеп күрһәтте һәм ниңәлер кешеләрҙе видеоға өҫтәүҙән баш тартты. Шулай итеп, мин һәр бер кадрҙы айырым йыйып, махсус программала бер видео эшләнем. Бында минең 12 йыллыҡ тәжрибәм ярҙам итте», — тип һөйләне йырсы.

Быға тиклем Башҡортостан йырсыларының халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыуы хаҡында яҙғайныҡ.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика