13:26 (UTC+5), 15 Сентября 2026

Рәсәй президенты яҡташыбыҙ Азат Шахмөхәмәтовты миҙал менән бүләкләне

Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге

Хәрби дирижер, Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһы ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры начальнигы, полковник Азат Шахмөхәмәтов Владимир Путин указы менән дәүләт наградаһы — «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Был хаҡта республиканың РФ президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Быйыл Азат Ғәли улы етәкселегендәне данлыҡлы коллектив 55 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Рәсәйҙең Милли гвардияһы ғәскәрҙәре өлгөлө оркестры – профессиональ хәрби-ижади коллектив һәм илебеҙҙең төп хәрби оркестрҙарының береһе.

— Миңә, етәксе булғас, административ һәм ижади эште берләштерергә тура килә, — тип һөйләне Азат Шахмөхәмәтов. — Учреждение тынлы һәм симфоник оркестрҙарҙан тора. Беҙҙең репертуар бик бай, даими тулылана. 

Беҙҙә яҡшы солистар-вокалистар, инструменталистар бар. Беҙ ҙур мәғрифәтселек эшен алып барабыҙ, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең дә, граждандарҙың да дөйөм мәҙәниәт кимәлен күтәрәбеҙ. Программаларыбыҙ рус халыҡ йыры, Рәсәй халыҡтары йырҙары, симфонияларҙан тора. Оркестрҙың төп репертуары – һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы осорҙа күренекле авторҙар, композиторҙар, шағирҙар ижад иткән илһөйәрлек рухындағы һоҡланғыс йырҙар.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Азат Ғәли улы — беҙҙең яҡташ, Башҡортостандың Салауат районында тыуып үҫкән. Башҡорт опера һәм балет театрында эшләгән, әле лә хеҙмәттәшлек итә. «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә эйә.

Беҙҙең «Яҡташтар» рубрикаһында Азат Шахмөхәмәтов менән интервью баҫылғайны.

матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге
Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡортостандың Рәсәй президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика