
1 сентябрҙә Башҡортостандың иң билдәле һәм әүҙем эшләгән шағирҙарының береһе, публицист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе Ҡәҙим Аралбай 85 йәшен билдәләй. 60 йылдан ашыу ғүмерен ул бөтә талантын һәм көсөн милли мәҙәниәтте, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә бағышлай, уның эшмәкәрлеге киң һәм күп яҡлы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса республикала юбилей саралары ойошторола. Ижад кисәһе 29 сентябрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында була. Вәлиди исемендәге Милли китапханала виртуаль күргәҙмә асылды.
Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев Хәйбулла районының Таңатар ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда эшләй, Совет Армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайта. 1968 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, биш йыл Хәйбулла, Бөрйән һәм Баймаҡ райондары мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. Ҡәҙим Аралбайҙың тәүге шиғырҙары, хикәйәләре, очерктары һәм мәҡәләләре республика матбуғатында студент йылдарында уҡ, 1960 йылдарҙа баҫыла башлай.
Хәҙер ул 20-нән ашыу шиғырҙар йыйынтығы, 31 поэма, проза һәм башҡорт фольклоры буйынса фәнни тикшеренеүҙәр авторы. Уның китаптары уҡыусыларҙың ыңғай баһаһын алды, шул иҫәптән Рәсәйҙең әҙәби баҫмалары биттәрендә. Үткән быуаттың 80-се йылдары башында «Аҡ тирмә» поэмаһы йән әрнеүе булып яңғыраны, унда шағир тыуған ауылының фажиғәле яҙмышы миҫалында тәрән фәлсәфәүи дөйөмләштереүҙәргә күтәрелә, үҙ халҡының, туған мәҙәниәтенең һәм теленең яҙмышы тураһында фекер йөрөтә. Шул ваҡыттан алып аҡ тирмә образы башҡорт мәҙәниәте символдарының береһенә әүерелде.
Башҡорт шиғриәтен һәм мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергәне өсөн Ҡәҙим Аралбайға 1991 йылда «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем тапшырыла. «Рух яҙыуы» шиғырҙар һәм поэмалар китабы өсөн 1996 йылда Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәттәре, тәрән уйлы һәм юғары художестволы әҫәрҙәре, әүҙем ижтимағи-сәйәси эшмәкәрлеге өсөн уға 2011 йылда «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнә, ә 2021 йылда Салауат Юлаев ордены кавалеры була. 2024 йылда Рәсәй Яҙыусылар союзының юғары наградаһы – «Әҙәбиәттәге хеҙмәттәре өсөн» почет билдәһе тапшырыла.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.