
Өфөлә опера йырсыһы, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ләлә Әхмәтйәнова (Орфеева) арабыҙҙан китте.
Ләлә Ғабдулла ҡыҙы Әхмәтйәнова Өфөлә тыуған. 1978 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1977-1979 һәм 1985-2013 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1979-1985 йылдарҙа — Воронеж опера һәм балет театры солисы; бер үк ваҡытта 1985-1989 йылдарҙа — Өфө дәүләт сәнғәт институтында 1997-2013 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта.
Театрҙың матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Ләлә Әхмәтйәнова сағыу драматизм менән айырылып торған образдар тыуҙыра. Концерт репертуарында рус һәм сит ил вокаль классикаһы, башҡорт һәм татар композиторҙарының романстары, йырҙары бар. Рәсәйҙең Ҙур театрында, Мария театрында, Грузин опера һәм балет театрында йырлай. Рәсәй, Германия һәм Һиндостан буйлап гастролдәрҙә була.
«Башинформ» Ләлә Ғабдулла ҡыҙының туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.