16:21 (UTC+5), 25 Август 2026

Башҡортостанда популяр артисты реабилитациялауға аҡса йыйыу иғлан ителде

Популяр йырсы һәм композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин ярҙамға мохтаж. Был хаҡта уның дуҫтары социаль селтәрҙә яҙып сыҡты һәм аҡса йыйыу иғлан итте.

Фото: артистың рәсми төркөмө | ВКонтакте

Рәмил Париж улы инсульт һәм бер нисә ҡатмарлы операция кисергән. Дуҫтары әйтеүенсә, уның диагнозы – һул аяҡ-ҡулдарҙың өлөшләтә параличы. Табиптар тырышлығы менән уның хәле бөгөнгө көнгә тотороҡло, әммә хәрәкәт функцияларын тергеҙеү һәм ҡабаттан инсультты иҫкәртеү өсөн оҙайлы һәм етди реабилитация талап ителә.

«Рәмил Туйсин – үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тауыш тембры менән халыҡ артисы ғына түгел, ул беҙҙең яҡтың үҙенсәлекле музыкаль мәҙәниәтен йыйған, өйрәнгән һәм халыҡҡа кире ҡайтарған энтузиаст.

Хәҙер Рәмил Париж улына тулы тормошҡа аяҡ баҫыу һәм ижады менән беҙҙе шатландырыу өсөн ярҙамыбыҙ кәрәк. Ҡәҙерле дуҫтар! Талантлы уҙаманға яҡшы махсус клиникаларҙа, ваҡытты кисектермәйенсә, бер нисә курс сифатлы реабилитация талап ителә. Әлеге мәлдә ниндәй булһа ла ярҙам бик тә мөһим, мәлендә хәстәрлек күреп ҡалырға кәрәк! Яратҡан йырсыбыҙға бергәләп аяҡҡа баҫырға ярҙам итәйек!» — тип яҙған уның дуҫы һәм коллегаһы Ильяс Сафин.

«Башинформ» артистың ижады тураһында күп тапҡырҙар яҙып сыҡҡайны. Рәмил Туйсин – 2018 йылда «100 башҡорт халыҡ йыры» аудиопроекты авторы. 2024 йылда «Юлдаш» радиоһы версияһы буйынса иң яҡшы композитор-йырсы тип танылды. Шулай уҡ беҙ Рәмил Туйсиндың башҡорт аты гимнының авторы булыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика