
«Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале 5 сентябрҙә Салауат Юлаев исемендәге скверҙа сәғәт киске 6-ла башланасаҡ. Программаның төп өлөшө — open-air концерт. Сәхнәлә «Бүреләр», BABY Ti һәм Тимур Ямалов сығыш яһаясаҡ. Сараны Динара Ғәлләмова һәм Салауат Заманов алып барасаҡ.
«Мин башҡортса һөйләшәм» фестиваленең ҡалабыҙҙың юбилей йылында тәүге тапҡыр Стәрлетамаҡта үтеүе беҙҙең өсөн айырыуса мөһим. Һуңғы йылдарҙа ҡалала этномәҙәни саралар күбәйә, беҙ уларҙың халыҡ, айырыуса йәштәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул ителеүен күрәбеҙ. Фестивалдең заманса форматы башҡорт теленә һәм мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыр һәм юбилей программаһының сағыу өлөшөнә әүерелер тип ышанам», — тип билдәләне Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Михаил Григорьев.
Фестиваль заманса мәҙәни форматтар һәм музыка аша башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Ойоштороусылар башҡорт теленең тарихи һәм мәҙәни мираҫтың бер өлөшө генә түгел, ә заманса ҡала тормошоноң тәбиғи теле булыуын күрһәтергә теләй.
«Беҙ башҡорт теленең ҡала мөхитендә заманса, иркен һәм тәбиғи яңғырай алыуын күрһәтергә теләйбеҙ. Музыка – яңы быуындың телгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыуҙың иң аңлайышлы ысулдарының береһе. Беҙҙең өсөн телде һаҡлау тураһында һөйләү генә түгел, ә кешеләр уның яңғырауын ишетә, тоя һәм көндәлек тормошта ҡуллана алған мөхит булдырыу мөһим», — тип һөйләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.
Фестиваль киске сәғәт 6-ла башлана. Инеү бушлай. 6+
Беҙ Өфөлә башҡорт теле фестивале үткәрелеүен хәбәр иткәйнек.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.