12:35 (UTC+5), 18 Августа 2026

Башҡортостанда Салауат театры йәш йондоҙҙар курсын ҡабул итте

Салауат дәүләт башҡорт драма театры труппаһы бер юлы биш йәш талантлы актер — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының сығарылыш курсы менән тулыланды.

Ләйлә Аралбаева

Кисәге студенттар Салауат Әхмәров, Илнара Ризуанова, Эмиль Дәүләтҡолов, Дилара Ғәйнетдинова һәм Ремаль Йыһаншин хәҙер рәсми рәүештә труппаның бер өлөшөнә әүерелде.

– Театр тарихында һуңғы тапҡыр ошондай ваҡиға 20 йыл элек – 2006 йылда булды. Көтөү оҙаҡҡа һуҙылды, әлбиттә, — тип билдәләнеләр театрҙа.

Тамашасылар йәш сәхнә йондоҙҙары менән рәсми рәүештә ҡабул ителгәнгә тиклем үк таныша алды. Студент саҡта улар үҙҙәренең остазы, курстың художество етәксеһе, доцент Рима Харисова етәкселегендә Салауат театры сәхнәһендә «Кукарача» диплом спектаклен тәҡдим итте. Зал йәш артистарҙарҙың көс-дәртенә, ихласлығына хайран ҡалды.

— Беҙ был мәлде бик оҙаҡ көттөк, — тип шатлығы менән уртаҡлаша театр етәкселеге. — Ғаиләгә бер-ике түгел, ә ошондай кимәлдәге сығарылыш уҡыусыларының күпләп килеүе – беҙҙең өсөн ҙур бәхет һәм тарихи ваҡиға. Улар беҙҙең театрға йәшлек һулышы бирә, сағыулыҡ өҫтәй.

Йәштәр башкөлләй эшкә сумған. Әле улар яңы спектаклдәрҙең репетицияларында ҡатнаша. Тамашасыларҙы бай миҙгел көтә, тип вәғәҙә иттеләр театрҙа.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика