
Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Ришат һәм Әлиә Төхвәтуллиндарҙың ғаиләһендә икенсе сабый донъяға килде. Был хаҡта артистар социаль селтәрҙә хәбәр итте һәм бала табыу йортонда төшөрөлгән матур фотоһүрәттәр менән уртаҡлашты.
Йондоҙло пар балаға ниндәй исем ҡушырға ниәтләүен әлегә белдермәне. Әлиә Төхвәтуллина «Башинформ» агентлығына икенсе сабыйҙың нисек донъяға килеүе хаҡында ентекләп һөйләне.
«Операция өсөн алдан бер датаны һайлап ҡуйғайныҡ, әммә көтөлмәгәнсә килеп сыҡты. Ҡайһы бер сәбәптәр буйынса табиптар ашығыс рәүештә кесарь киҫеме яһарға мәжбүр булды. Икенсе бәпесебеҙ беҙҙең яныбыҙға ашыҡҡан, күрәһең», — тине Әлиә.
Бынан тыш, ғаиләлә ике йәшлек Әлим исемле малай тәрбиәләнә. Апрель айында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Ришат Төхвәтуллин һәм уның ҡатыны — Шишмәнән сыҡҡан йырсы Әлиә Төхвәтуллина йәнә атай-әсәй булырға йыйыныуы хаҡында хәбәр иткәйне. Йондоҙло пар икенсегә малай көтөүен белдерҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.