24-26 июндә Өфө күп милләтле илебеҙ төбәктәренән йәш таланттарҙы берләштерҙе. Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының бик мөһим сара булыуын билдәләне.
— Беҙ уның ни тиклем әһәмиәтле һәм күләмле икәнлеген тулыһынса аңлап та еткермәйбеҙ кеүек. Беҙгә 78 төбәктән 1000-дән ашыу бала килде. Һөҙөмтәһен улар бер аҙ үҫкәс, шәхес булғас, юғары вазифалар биләгәс күрербеҙ, моғайын. Сөнки уларҙың күбеһе — шундай сағыу таланттар, уларҙың яҙмышы башҡаса булыуы мөмкин түгел. Беҙ оҙаҡ йылдарға республиканың 1000-дән ашыу тоғро дуҫын тапҡанбыҙҙыр тип ышанам, — тине беренсе вице-премьер.
Урал Килсенбаев йыйылыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтте һәм күләмле сараны үткәреү өсөн ниндәй ҙур әҙерлек эше ойошторолғанын билдәләне.
— Беҙ һәр ҡунаҡтан имен-һау ҡайтып еттек тигән хәбәр көттөк. Иң мөһиме, барыһы ла хәүефле хәл-ваҡиғаларһыҙ үтте, — тине вице-премьер. — Беҙ йәнә бөтә илгә республикабыҙҙың милләттәр араһындағы туғанлыҡ өлгөһө булыуын иҫбатланыҡ. Балалар аралашҡанда үҙ милләтенең өҫтөнлөгө тураһында һөйләмәне, ә киреһенсә, бер-береһенең яҡшы сифаттарын алырға тырышты. Быны Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында уҙғарылған иң әһәмиәтле сараларҙың береһе тип иҫәпләргә мөмкин.
III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ойоштороусыларға һәм сараны яҡтыртҡан журналистарға рәхмәт хаттары тапшырылды. Бүләкләнеүселәр араһында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы вәкилдәре – күҙәтеүсе Ләйлә Аралбаева һәм фотограф Валерий Шахов бар ине.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.