16:25 (UTC+5), 29 Июня 2026

Радий Хәбиров Балалар фольклориадаһы йомғаҡтары буйынса педагогтарҙы бүләкләне

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Гөлфиә Акулова

Башҡортостан хөкүмәтендә ижади коллектив етәкселәрен һәм педагогтарҙы бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Наградалар юғары һөнәрилек һәм Өфөлә үткән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашҡан өсөн тапшырылды.

Тәрбиәләнеүселәре Башҡортостанды Рәсәй кимәлендә лайыҡлы күрһәткән остаздар республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан рәхмәт хаттары алды:

  • Ә.Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының өҫтәмә белем биреү уҡытыусыһы Вәсил Баймырҙин.
  • Өфө районы Шамонин ауылының «Дарман» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Роберт Хәмиҙуллин.
  • Баҡалы районы Н. Асанбаев исемендәге мәҙәниәт һарайының «Уралым» халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рөстәм Ханнанов.

Бүләкләү тантанаһынан һуң байрамға йыйылыусылар алдында Ханнановтарҙың ғаилә ансамбле сығыш яһаны. Фольклориадала ҡатнашҡан 15 йәшлек Азамат Ханнанов үҙенең музыкаль бүләген тәҡдим итте. Уның башҡарыуында ҡумыҙ моңо яңғыраны.

Олег Яровиков | «Башинформ»Олег Яровиков | «Башинформ»
Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика