

«Ашҡаҙар» радиоһы хеҙмәткәрҙәре һөйләүенсә, Фәниә Байгилде ҡыҙы Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт филармонияһында һәм музыка мәктәбендә эшләгәндән һуң, 1971 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Төрлө йылдарҙа мөхәррир, өлкән мөхәррир, комментатор булып эшләй, күп тапшырыуҙар авторы, фонд туплауҙа әүҙем ҡатнаша.
Йырсының репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, популяр композиторҙарҙың романстары һәм йырҙары бар ине. Йырсы Башҡортостандың ҡала һәм райондарына ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә гастролдәргә сыҡты.
Фәниә Хәлитова 30 йылдан ашыу «Илһам», «Йыр менән ҡанатланып», «Музыка донъяһы», «Студияла осрашыуҙар», «Таныш булығыҙ», «Тере хәтер», «Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?», «Халыҡ моңон халыҡ күңеленә» һәм башҡа радиотапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы булды.
Тормош иптәше – билдәле ғалим-фольклорсы, филология фәндәре докторы, профессор Әхмәт Сөләймәновтың (1939-2016) проекттарын бойомға ашырырға ярҙам итте.
«Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.