

Фестиваль open-air концерт форматында уҙасаҡ һәм башҡорт телен заманса музыка, йәнле аралашыу һәм мәҙәни бәйләнештәр аша популярлаштырыу майҙансығына әүереләсәк. Проекттың төп маҡсаты — башҡорт теленең хәҙерге ҡала мәҙәниәтенең тәбиғи теле булыуын күрһәтеү.
2026 йылда ойоштороусылар проекттың музыкаль өлөшөнә төп иғтибарҙы йүнәлтә. Ҡунаҡтарҙы башҡорт телендә ижад иткән заманса башҡарыусылар ҡатнашлығындағы ҙур асыҡ һауалағы концерт һәм мастер-кластар көтә. Музыка, ижад һәм йылы мөхит аша фестиваль башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға, йәштәр араһында туған телдең ыңғай образын формалаштырыуға һәм заманса милли мәҙәниәтте үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк.
«Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале — башҡорт теленең заманса, сағыу һәм йәштәр тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө була алыуының асыҡ миҫалы. Быйыл беҙ музыкаль программаға айырыуса ҙур иғтибар бүләбеҙ, сөнки музыка туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятыуҙың иң һөҙөмтәле юлдарының береһе. Беҙҙең маҡсат — башҡортса һөйләшеүҙең тәбиғи, ҡыҙыҡлы һәм абруйлы булыуын күрһәтеү», — тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.
Фестиваль киске сәғәт 6-ла башлана һәм биш сәғәт барасаҡ. Инеү ирекле (6+).
Фестиваль Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.
Сараны ойоштороусылар булып «Сәсәндәр үҙәге» ойошмаһы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте сығыш яһай.
Фестивалдең тарихы 2019 йылда башланды, 2026 йылда ул өсөнсө тапҡыр үткәрелә. Сара төрлө йәштәге кешеләрҙе туған тел һәм мәҙәниәт тирәләй берләштереүен дауам итә. Айырыуса 2024 йылдағы фестиваль уңышлы үтте. Уның сиктәрендә белем биреү һәм ижади майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, театр постановкалары, шиғри сығыштар ойошторолдо. Көн дауамында ҡатнашыусылар башҡорт халҡының йолалары, кәсептәре һәм мәҙәниәте менән танышты, ә киске open-air концертына 8 меңдән ашыу кеше йыйылды. Фестиваль киң танылыу алды һәм республикала башҡорт телен популярлаштырыуҙың заманса форматтарына ҙур ҡыҙыҡһыныу булыуын иҫбатланы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.