11:51 (UTC+5), 09 Июня 2026

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына арнап гимн яҙылған

Ошо күләмле сарала гимндың премьераһы көтөлә, тип хәбәр иттеләр Фольклориадаға арналған матбуғат конференцияһында.

Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»
Ләйлә Аралбаева

23-27 июндә Башҡортостанда Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын асыу тантанаһында ошо ваҡиғаға арналған гимн яңғыраясаҡ.

– Гимндың авторҙары – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Ришат Сәғитов, ә һүҙҙәрен Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина яҙған, – тип һөйләне республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамурзина. – Гимн Өфө ҡалаһының балалар сәнғәт һәм музыка мәктәптәренең йыйылма хоры башҡарыуында яңғыраясаҡ. Йәмғеһе 200 кеше ҡатнаша, бының өсөн барыһына ла рәхмәт әйткем килә.

Беҙ Өфөлә Балалар фольклориадаһы башланыу көнөнә кире иҫәп асылыуын хәбәр иткәйнек. Быйыл ойоштороу комитеты илдең 80 төбәгенән 1000-дән ашыу ҡатнашыусыны һайлап алған, улар иҫәбендә – үҙ төйәгенең фольклор традицияларын үҙләштереүсе ижади коллективтар һәм солистар (Саха (Яҡут) Республикаһынан Калининград өлкәһенә һәм Луганск Халыҡ Республикаһына тиклем).

Валерий Шахов | «Башинформ»Валерий Шахов | «Башинформ»
Фото: Валерий Шахов | «Башинформ»
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика