Байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2025 йылда башҡорт фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙенсәлекте нығытыу һәм боронғо башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн булдырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған «Урал батыр» эпосында изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халыҡ бәхете хаҡына йәнен фиҙа ҡылыуы хаҡында һүҙ бара.
Байрамды уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған: Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы башҡорт фольклоры һәм мифологияһы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. 2015 йылда бында төбәк әһәмиәтендәге иҫтәлекле урын – «Урал батыр ере» асыҡланды һәм мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелде. Ошо 62 мең квадрат метр майҙанда 17 археология ҡомартҡыһы, шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһе, шулай уҡ эпостар һәм ҡобайырҙар буйынса билдәле тәбиғәт объекттары: Йылҡысыҡҡан һәм Ығышма күлдәре, Шүлгән йылғаһы, Зәңгәр күл һәм башҡалар урынлашҡан.
2021 йылда Йылҡысыҡҡан күле буйында эпостың төп персонаждарының береһе булған ҡанатлы Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйылды. «Урал батыр» эпосы «Шүлгәнташ» музейы архитектураһында ла сағылыш тапҡан. Аҡ һәм ҡара төҫтәр изгелек менән яуызлыҡтың, Урал менән Шүлгәндең көрәшен символлаштыра. Улар араһында – кеше ғүмеренең символы кеүек быялалы арауыҡ.
Байрам Йылҡысыҡҡан күле буйында ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙан башлана. Һуңынан музейҙа «Урал батыр» эпосын өйрәнеү буйынса тематик класс асыу тантанаһы була. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл үткәреү планлаштырыла, уның маҡсаты – Башҡортостандың рухи мәҙәни ҡомартҡыларының береһе булараҡ эпосты өйрәнеү, һаҡлау һәм популярлаштырыу. Төп темалар араһында: эпосты популярлаштырыу, әҫәргә заманса ҡараш һәм уны тикшереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре. Музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәре, рәссам-иллюстраторҙар, фольклор буйынса белгестәр һәм республиканың ғилми институттары вәкилдәре доклад менән сығыш яһай.
«Робоһабантуй» робот техникаһы һәм традициялар фестивале – байрамдың төп үҙенсәлеге булмаҡсы. Ойоштороусылар – Бөрйән мәғариф бүлеге булышлығында Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе һәм «Тимербатыр» робот техникаһы студияһы. Йәш техниктар Урал батыр кубогы һәм «Шүлгәнташ мәмерйәһе» музей-ҡурсаулығы призы өсөн көрәшә. Ярыштар программаһында – роботтар футболы, робокөрәш, арҡан тартыу, көршәк ватыу һәм дрондар уҙышы.
Байрам Башҡортостандың Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, республиканың атҡаҙанған артисы Зилиә Бәхтиева, «Сибай» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, «Тарпан» төркөмө, «Сулпан» балалар театры һәм башҡа коллективтар ҡатнашлығындағы ҙур концерт менән тамамлана. Һуңынан «Урал батыр» эпосы мотивтары буйынса театрлаштырылған композиция була.
Сараны ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.