12:15 (UTC+5), 22 Мая 2026

Өфөлә күренекле педагог, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейын билдәләйҙәр

Фото: Олег Яровиков | «Башинформ»
Ләйлә Аралбаева

27 майҙа Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында күренекле педагог, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, профессор Миләүшә Мортазинаның 100 йәшлек юбилейына бағышланған концерт була. 

Миләүшә Ғәли ҡыҙының педагогик эшмәкәрлеге 1954 йылда Өфө сәнғәт училищеһында башлана. 1969 йылдан уның хеҙмәт юлы Өфө дәүләт сәнғәт институты менән бәйле, тәүҙә 36 йыл вокал буйынса педагог булып эшләй, һуңынан яңғыҙ йырлау кафедраһы мөдире була. 1984 йылдан – доцент, 1990 йылда профессор исемен йөрөтә.

Миләүшә Ғәли ҡыҙы эшләгән йылдарында Башҡортостандың вокал мәктәбе үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. Талантлы уҡытыусы һәм остаз, шулай уҡ ул вокал методикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, бик күп ғилми эштәр авторы. Уның етәкселегендә Өфө дәүләт сәнғәт институтының яңғыҙ йырлау кафедраһы илдә алдынғыларҙың береһе булды.

Миләүшә Ғәли ҡыҙының уҡыусылары – үҙ эшенең оҫталары, танылған артистар. Уларҙың исемдәре илебеҙҙә һәм унан ситтә киң билдәле. Абруйлы конкурстар лауреаттары, маҡтаулы исемдәргә һәм дәүләт премияларына лайыҡ булған Радик Гәрәев, Нажиә Аллаярова, Салауат Асҡаров, ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Иҙрис Ғәзиев, Әлфиә Кәримова, Дилара Иҙрисова һәм башҡалар. Үҙенең күп йыллыҡ хеҙмәте һәм сәнғәткә индергән өлөшө өсөн Миләүшә Ғәли ҡыҙы бихисап наградаларға лайыҡ булды. Улар араһында – «БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме, 1983 йылда – «РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре»; Салауат Юлаев ордены һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы – «II дәрәжә Ватан алдында күрһәткән хеҙмттәре өсөн» ордены миҙалы. Миләүшә Ғәли ҡыҙы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 2004 йылдың майында уға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелде.

Башҡорт опера һәм балет театрының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, легендар уҡытыусының бер быуатлыҡ юбилейына арналған концертта артистар - төрлө быуын уҡыусылары, «мортазинсыларҙың» вокаль ғаиләһе: Асҡар Абдразаҡов, Владимир Копытов, Раил Кучуков, Әлфиә Кәримова, Дилара Иҙрисова, Әлим Ҡәйүмов, Иҙел Аралбаев, Иҙрис Ғәзиев, Вәхит Хызыров, Әлиә Исҡужина, Динә Хөсәйенова ҡатнаша. Концерт программаһына сит ил һәм рус композиторҙары операларынан ариялар, илебеҙ авторҙарының романстары һәм йырҙары ингән.

матбуғат хеҙмәте | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрыматбуғат хеҙмәте | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Фото: матбуғат хеҙмәте | Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика