08:24 (UTC+5), 21 Мая 2026

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның бенефисы уҙҙы

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Зөлфиә Ҡудашеваның юбилей кисәһе үтте.

Фото: Ләйсән Миңлеханова | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Ләйлә Аралбаева

Юбиляр сәхнәгә композитор Бәхти Ғайсиндың 50 йылға яҡын яңы ҡаҙаныштарға илһамландырған «Зөлфиә» көйөнә сыҡты. Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы әйтеүенсә, был кисәлә ул үҙе күп бейемәҫкә, ә тамашасыларға үҙенең бейеүҙәрендә йәшәүен дауам иткән артистарҙы, тәрбиәләнеүселәрҙе, ижади дуҫтарын һәм коллегаларын күрһәтергә булды. Ошо йылдар дауамында ул туплаған белемен һәм тәжрибәһен йәш быуынға тапшырырға өлгөрҙө.

Ләйсән Миңлеханова | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһыЛәйсән Миңлеханова | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Фото: Ләйсән Миңлеханова | Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы

Режиссер һәм сценарист, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сулпан Асҡарова төҙөгән концерт программаһы бай йөкмәткеле ине. Тамашасылар Зөлфиә Ҡудашеваның тормошонан һәм ижадынан бик күп ҡыҙыҡлы факттар менән танышты.

Юбилей кисәһендә абруйлы ҡунаҡтар һәм ҡотлауҙар айырым урын биләне. Алып барыусылар – Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев һәм Луиза Нурбахтина – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлауын уҡып ишеттерҙе.

«Хөрмәтле Зөлфиә Иҙрис ҡыҙы! Үҙенсәлекле ижад йылдарында һеҙ милли хореографияны үҫтереүгә, Башҡортостанда һәм тыуған республикабыҙҙан ситтә башҡорт бейеүе мәҙәниәтен танытыуға, һоҡланғыс йәш бейеүселәр әҙерләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙегеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, һүнмәҫ дәрт һәм әүҙем оҙон ғүмер теләйем!», – тиелә ҡотлауҙа.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Ул Зөлфиә Ҡудашеваға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының иң юғары наградаһын –  «Ал да нур сәс халҡыңа!» миҙалын тапшырҙы.

Юбилярҙы Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм министр вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов исеменән профессиональ сәнғәт бүлегенең әйҙәүсе белгесе Илүзә Шәйәхмәтова ҡотланы.

Юбилярҙың яҡташтары – сибайҙарҙан, Хәйбулла районы һәм «Юлдаш» радиоһы вәкилдәренән ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинова бейеүсе Зөлфиә Ҡудашева төшөрөлгән картина бүләк итте.

Башҡорт филармонияһы солисы Зөлфиә Ҡудашева Бельгияла, Перуҙа, Сүриәлә, Төркиәлә, Швейцарияла, Австрияла, Германияла, Голландияла, Ҡытайҙа һәм Финляндияла сығыш яһап, бихисап илдәрҙең һәм ҡитғаларҙың сәхнәләрен яуланы. Бөйөк бейеүсе Мәхмүт Эсамбаев 1989 йылда Кишиневта уҙған I Бөтә Союз эстрада бейеүе фестивалендә уға «Мисс Фестиваль» исемен тапшырҙы. 

Педагог булыу өсөн ул 50 йәшендә Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһының хореография факультетына уҡырға инде. «Мин ғүмерем буйына бейенем, остаздарым һәм хореографтарым бар ине. Һуңынан башҡаларҙы өйрәтергә кәрәклеген аңланым», тип һөйләй ул.

Йыр-бейеү менән һуғарылған кисә бер тынала үтеп китте. Тамашасылар Зөлфиә Ҡудашеваны йәнә сәхнәлә күреп ҡыуанды һәм уның таланты менән һоҡланды.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика