Өфөлә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Киске табын» әҫәре буйынса спектаклдең премьераһы була. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры – Илсур Ҡаҙаҡбаев. Премьера 19 июндә театрҙың ҙур сәхнәһендә күрһәтелә.
«Киске табын» — Мостай Кәримдең һуңғы пьесаһы, унда классик 1980 йылдар аҙағындағы һынылыш осорона байҡау яһай. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һүҙҙәренсә, автор был пьеса өҫтөндә бик оҙаҡ эшләгән.
«Мостай Кәрим заман һулышын тойорға, 1980 йылдар аҙағындағы ҡатмарлы ижтимағи процестарҙы күрһәтергә тырыша. Пьесаның үҙәгендә – тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп ингән ялғанлыҡ тураһында уйланыу. Төп герой былай ти: «Мине ялған радиацияһы ағыулай. Тыштан да, ғаилә эсендә лә», — тип билдәләй режиссёр.
Ҡаҙаҡбаев өсөн был – эске намыҫын һәм донъяла һөйөүҙе һаҡларға тырышҡан кеше хаҡында тарих ул. Унда дөрөҫлөк төшөнсәһе хәүеф аҫтында ҡала.
Хәл-ваҡиғалар 1989 йылдың 25 авгусында Өфөлә бара. Советтар Союзында перестройка гөрләй. Берәүҙәр илдәге хәлдәрҙе дәртләнеп-рухланып, икенселәр хәүефләнеп күҙәтә. Ә Артыҡовтар ғаиләһендә бөгөн иҫтәлекле көн: Әхмәтша менән Йәннәт көмөш туйҙарын – сирек быуат бергә йәшәүҙәрен байрам итәләр. Уларҙың берҙән-бер улы Алпамыша ата-әсәһенә үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Байрам уңайынан ҡоролған киске табын иман килтереү төнөнә әйләнә…
Спектакль өҫтөндә танылған театр оҫталары төркөмө эшләй. Рәссам – Ләйсән Хөсәйенова, хореограф – Ольга Даукаева, композитор – Магуля Мезинова. Рәссам-яҡтыртыусы – Сергей Гаевой.
Пьеса һирәк ҡуйыла. Башҡорт драма театрында спектаклде сәхнәгә 1994 йылда режиссёр Азат Нәҙерғолов сығарҙы. Ниһайәт, өс тиҫтә йылдан һуң әҫәр Башҡорт драма театры сәхнәһенә ҡайта.
Премьераға әҙерлек барышында театр 1980 йылдар аҙағындағы реквизиттар эҙләүе тураһында иғлан итте. Спектакль өсөн сумаҙан тибындағы патефон һәм диапроектор кәрәк. Театр ошо әйберҙәрҙе бүләккә ҡабул итергә әҙер, бының өсөн рәсми төркөмдәргә яҙырға мөмкин.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.