Этно - эйе: нисек һөнәр Башҡортостан айдентикаһын үҫтерә

Фото: Валерий Шахов | Башинформ
12:53 (UTC+5), 15 Мая 2026

Башҡорт халҡының һөнәрҙәре мираҫ ҡына түгел, ә төбәк айдентикаһын үҫтереү ҡоралы тип әйтергә мөмкинме? «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе ошо һорауға яуап эҙләне.

Дарья Касьянова
Мәҡәләгә бәйле шәхестәр
Этно – эйе: Башҡортостан айдентикаһын һөнәрселек нисек үҫтерә

Бөгөн брендтар нейроселтәрҙәр ярҙамында производствоны арзанайта һәм глобалләшеүгә ынтыла, әммә йәмғиәттә ҡыҙыҡлы күренеш: ҡул хеҙмәтенә һәм халыҡ элементтарына тренд күҙәтелә. Йәштәр милли биҙәк төшөрөлгән кейемдәр кейә, этно-музыка тыңлай; заманса интерьерҙарҙа өләсәйҙәр ырғағы менән бәйләнгән төҫлө келәмдәр барлыҡҡа килә, ә ҡалаларҙа «үҙебеҙҙеке» тигән концепция менән ресторандар асыла – һәм беҙ ашап үҫкән ризыҡтар әҙерләнә. Шул рәүешле үҙенсәлеклелеккә ҡыҙыҡһыныу арта, әммә «тренд» башлыса оҙаҡҡа һуҙылмай, ә беҙ тәрәнерәк процестың шаһитына әүереләбеҙ шикелле.

Башҡорт халҡының һөнәрҙәре мираҫ ҡына түгел, ә төбәк айдентикаһын үҫтереү ҡоралы тип әйтергә мөмкинме? «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе ошо һорауға яуап эҙләне.  

Тамырҙарға таяныу һәм «йомшаҡ көс»

Этникаға ҡыҙыҡһыныу – осраҡлы күренеш түгел, ә законға ярашлы процесс. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, Рәсәй тарих йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Марат Мәрҙәнов менән һүҙҙе шунан башлайбыҙ. Уның фекеренсә, бөгөн йәштәр үҙ тамырҙарында терәк-таяныс таба. Был йүнәлеш төбәк имиджына ыңғай йоғонто яһай – хатта Рәсәйҙән ситтә лә.

«Башҡорт этникаһына ҡыҙыҡһыныу бер нисә факторға бәйле. Беренсенән, ул глобалләшеү осоронда үҙенсәлек эҙләү: йәштәр үҙ тамырҙарында таяныс эҙләй. Беҙ республиканан һәм илдән ситтә башҡорт мәҙәниәтенең таралыуын күҙәтәбеҙ, был сәйәси һәм иҡтисади яҡтан һиҙелерлек файҙа килтерә. Башҡортостандың киң танылыу алыуы туристарҙы йәлеп итә, инвесторҙар өсөн ыңғай имидж тыуҙыра һәм «йомшаҡ көс»кә әүерелә: уңышлы мәҙәни проекттар иҡтисадта, мәғарифта һәм фәндә хеҙмәттәшлек өсөн этәргес булырға мөмкин», – ти Марат Мәрҙәнов.

Үҙенең ҡарашын әңгәмәсе миҫал менән дә нығыта – Башҡортостандың AY YOLA этно-төркөмө сит илдә танылыу яуланы, ә коллективтың Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган менән осрашыуы халыҡтар араһындағы бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бындай бәйләнештәр мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү өсөн рәсми булмаған каналдар булдыра. Беҙ Башҡортостандың үҙенең үҙенсәлеген юғары халыҡ-ара кимәлдә таныта алыуын күрәбеҙ, ти Марат Мәрҙәнов.

Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, яҡташтарыбыҙ берләшә, милли костюмдар, биҙәүестәр һәм башҡа элементтар менән үҙҙәренең башҡаларҙан айырылып тороуын күрһәтә, тине әңгәмәсебеҙ.

«Башинформ» | архив«Башинформ» | архив
Фото: «Башинформ» | архив

Асылыңды танып белеү

Урындағы креативщиктар көслө төбәк үҙенсәлеге тураһында тезисты раҫлай. Йәмәғәтсе Айбулат Йәмилов Belazek бренды аҫтында биҙәүестәр эшләй.

«Ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, һәр ваҡыт беҙҙең менән булған өйҙөң символы итеп Башҡортостан контуры төшөрөлгән биҙәүестәр яһайбыҙ. Был аксессуар ғына түгел, ә тыуған төйәк, уның тарихы, мәҙәниәте менән бәйләнеш символы», – ти Айбулат.

Айбулат – Башҡортостандың Йәш яҡташтар ассоциацияһы рәйесе, тематик аксессуарҙар менән эшләү уның эшмәкәрлегенең дауамы булып тора.

«Бөгөн ҡул хеҙмәте һәм милли элементтар менән ҡыҙыҡһыныу – асылыңды һәм тамырҙарыңды таныу ул. Кешеләр бер төрлө әйберҙән ялҡҡан, үҙенсәлекле булырға ынтыла. Мин күп йылдар инде республикабыҙ йәштәре менән эшләйем, һәм был бренд ошо эшмәкәрлектең тағы бер ағымына, аксессуарҙар һәм дизайн аша мәҙәни кодты яңынан ҡарау һәм уны хәҙерге йәшәйештең бер өлөшө итеү мөмкинлегенә әүерелде», – тип һөйләй әңгәмәсе.

Шуныһы ҡыуаныслы, яҡташтар традицияларҙы яңынан ҡарап, уларҙы ысын мәғәнәһендә стилле итеп эшләй. Бындай проекттар бихисап, ләкин беҙ уларҙың бер нисәһен генә атап үтәбеҙ. Walk Of Shame бренды менән бөтә донъяға билдәле дизайнер Андрей Артемов Рәсәй һәм сит ил йондоҙҙарына ҡурай төшөрөлгән кейемдәр кейҙерҙе; Айнур Асҡаров илгә «Өфөнән һөйөү менән» киноһын күрһәтте»; Урал тауҙары амбассадоры Олег Чегодаев Башҡортостандың тәбиғи айдентикаһы менән биҙәүестәр эшләй; мультиинструменталист HANQYZY халыҡ музыкаһын техно жанрында яңғырата; ә ZAMAN сәнғәт музейы илселеге сәнғәт диалогы аша Башҡортостандың үҙенсәлеген башҡа ҡалаларға таратҡан рәссамдарҙы һәм кураторҙарҙы бер урынға туплай.

Ижадсыларға ярҙам

Бөгөн Башҡортостанда оҫталарға дәүләт ярҙамы күрһәтелә: мәҫәлән, халыҡ художество кәсептәрен үҫтереүгә субсидиялар алырға мөмкин. Йыл һайын ошо маҡсатҡа 11 миллион һум аҡса  бүленә. Республика Башлығы Радий Хәбиров «Креатив индустриялар сәғәте» кәңәшмәһендә һөнәрҙәрҙе үҫтереүҙең төбәк етәкселеге өсөн мөһим мәсьәлә булыуын билдәләне.

«Республикала дәүләт ярҙамы саралары эшләй – халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү өсөн субсидиялар алырға мөмкин. Беҙгә эшмәкәрлегегеҙҙе киңәйтеүегеҙ, тауарҙарҙың ассортиментын һәм сифатын күтәреүегеҙ мөһим», – тине Радий Хәбиров.

Этниканы яратыусылар өсөн тағы бер шәп яңылыҡ бар: быйылдан «Китап байрамы» йәрминкәһенән һуң (быныһында ул 28-нән 30 майға тиклем үткәрелә) Совет майҙанында даими рәүештә Халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре фестивале ойошторола.

Яҡшы шарттар булдырыу креаторҙарҙың ҡыҙыҡһыныуын арттыра, тип иҫәпләй Марат Мәрҙәнов:

«Башҡортостанда милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса программалар әүҙем тормошҡа ашырыла: фестивалдәр ойоштороу, художество кәсептәренә финанс ярҙамы күрһәтеү программаһы – барыһы ла традицияларға ҡыҙыҡһыныуҙы тергеҙеү өсөн уңайлы мөхит тыуҙыра».

«Башинформ» | архив«Башинформ» | архив
Фото: «Башинформ» | архив

Трендмы, әллә базамы?

2025 йылда Өфө «Бөтә донъя һөнәрселәр ҡалаһы» статусын алды. Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән (һәм әлегә берҙән-бер) булып ошондай өҫтөнлөккә эйә булдыҡ. Был халыҡ-ара платформаларға һәм сауҙа селтәрҙәренә юл аса. Италиянан WCC-Европа төбәге вице-президенты, халыҡ-ара жюри ағзаһы, доктор Фатина Сайкали Башҡортостандың уңышын бына нисек аңлатты:

«Хөкүмәт етәкселәре өс йүнәлешкә: һөнәрселекте финанслауға, һөнәрселәргә булышлыҡ итеү системаһына, тикшеренеүҙәргә инвестицияларға аҡса һалды».

Ошонан сығып, шундай фекер тыуа: күп мәҙәниәтле Башҡортостан үҙенең эксклюзивлығы менән тотош илдең һөнәрселәр ҡалалары өсөн үҙәк була, башланғыстарҙы берләштерә ала.

«Һеҙ Рәсәйҙең һөнәрселәр ҡалалары өсөн хаб була алаһығыҙ», – тине Фатина Сайкали Башҡортостанға сәфәре барышында.

Башҡортостандың Бөйөк ебәк юлының яҙмышындағы роле тураһында иҫкә төшөрәбеҙ, үткәндәрҙең ысынбарлыҡ менән бәйләнешен күрәбеҙ – һәм беҙҙең этникаға ҡарата ҡыҙыҡһыныуға ҡыҫҡа ваҡытлы «тренд» һүҙен ҡуллана алмайбыҙ! 

«Хәҙерге Башҡортостан биләмәһенең Бөйөк ебәк юлының мөһим үҙәге булғанын, Волга һәм Кама буйҙарын Себер, дала төбәктәре менән тоташтырғанын онотмайыҡ. Ер тауарҙар, идеялар һәм традициялар менән алмашыу коридоры булып хеҙмәт иткән. Был иһә тарихи факт ҡына түгел, ә заманса үҫеш өсөн ресурс: ул цивилизациялар тоташҡан ерҙә барлыҡҡа килгән урындағы мәҙәниәттең үҙенсәлеген аңлата, яңы иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәрҙә позицияларҙы нығытыу өсөн конкурентлы өҫтөнлөк бирә», – тип йомғаҡ яһай Марат Мәрҙәнов.

«Башинформ» | архив«Башинформ» | архив
Фото: «Башинформ» | архив
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика