

«Бергәләп» тип исемләнгән концерт Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына, шулай уҡ Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына бағышланды.
Телерадиокомпанияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҙур сәхнәлә «Тамыр» телеканалы йыр студияһының кескәй артистары, «Сулпылар», «Елкән» телеконкурстары еңеүселәре йырланы һәм ғаилә ҡиммәттәре, дуҫлыҡ, берҙәмлек, Тыуған илгә һөйөү хаҡында һөйләне. Балалар менән бергә башҡорт эстрадаһының билдәле артистары Заһир Иҫәнсурин, Артур Ғайсаров, Гәлсәр Байғусҡарова, Тимур Ямалов, Лиана Хәбибуллина, РНТ һәм Нәркәс Хәмитова сығыш яһаны. Йәш тамашасылар Бәләкәй шаһзат Тимур Ямаловҡа, Елкән капитаны Гәлсәр Байғусҡароваға, Бал ҡорто Лиана Хәбибуллинаға хайран ҡалды, телеканалдың вокал студияһында шөғөлләнгән балаларҙың атайҙары менән йырлауын һоҡланып ҡараны. Концерт программаһы өсөн махсус рәүештә балалар өсөн 12 яңы йыр, костюмдар, декорациялар, видеороликтар әҙерләнгән. Номерҙар йөкмәткеһе, мәғәнәһе буйынса ентекле уйланылған һәм юғары художество кимәлдә ҡуйылған.
Концертты телеканалдың кескәй йондоҙҙары Байегет Шаһибалов, Асель Бадранова, балаларҙың яратҡан тапшырыуҙарын алып барыусы Фәрхәт Ғәйнетдинов алып барҙы. Тәнәфестә йәш тамашасылар рәхәтләнеп уйнаны, бүләктәр алды, тәм-том менән һыйланды. Башҡортостандың мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов концертҡа балалары менән килгәйне, ул үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә, туған телде, мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн «Тамыр» телеканалы коллективына рәхмәт белдерҙе.
Концертҡа «Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалының Ҙур һәм татыу ғаилә йылы уңайынан ойошторған «Өйҙә» медиаконкурсы еңеүсеһенең ғаиләһе саҡырылғайны. Дыуан районының Т. Йосопов исемендәге Республика лицей-интернаты уҡыусыһы Алтынай Әхмәтйәнова төп бүләк – телевизор алды.
— Барыһы ла ғаиләнән башлана, — тине «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина бүләкте тапшырғанда. — Туған телгә, туған мәҙәниәткә һөйөү, ихтирам, туған ҡиммәттәрҙе аңлау. Бөгөнгө байрамға ғаиләгеҙ, өләсәй-олатайҙарығыҙ менән килеүегеҙ бик яҡшы. Беҙ бергәләп балаларҙа традицион рухи ҡиммәттәр тәрбиәләйбеҙ!


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.