09:21 (UTC+5), 16 Апрель 2026

Олег Газманов башҡорт йырсыһы Элвин Грейҙы маҡтаған

Фото: Видеонан скриншот | Элвин Грейҙың телеграм-каналы
Ләйлә Аралбаева

Башҡортостандың халыҡ артисы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин) Мәскәүҙә үҙенең концертында Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Газманов менән «Звездочка в стакане» йырын башҡарған. Әйткәндәй, быйыл ул 75 йәшлек юбилейын билдәләй, үҙен яҡшы формала тота. Радиктың йондоҙ менән дуэты тамашасыларҙың күңеленә хуш килгән.

- Радикка респект! Маладис, тулы зал йыйған, улар һинең ижадыңды һөйөүселәр, — тип мөрәжәғәт итте Олег Газманов сығыш яһағандан һуң, зал уның һүҙҙәрен көслө алҡыштарға күмде. — Уның менән ғүмер буйы бергә булырһығыҙ тип ышанам!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Элвин Грейҙы өлкән коллегаһы менән дуҫлыҡ ептәре һәм уртаҡ ижад бәйләй. Былтыр Олег Газманов үҙенең дачаһында Радикка хиттар һәм стейктар ҡыҙҙырыу буйынса оҫталыҡ дәресе биргәйне.

«Күптән һүнмәҫ көс-дәрт, намыҫ һәм һоҡланғыс талант символына әүерелгән Олег Газмановҡа тәрән ихтирамымды һәм рәхмәтемде белдерәм! Уның менән дуэт йырлау минең өсөн сығыш ҡына түгел, ә ижади үҫеш мәле! Олег Михайлович, был кистә беҙҙе һәм тамашасыларҙы сығышығыҙ менән ҡыуандырғанығыҙ өсөн рәхмәт!» — тип яҙа Элвин Грей үҙенең телеграм-каналында.

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика