

Опера йырсыһы, Башҡорт һәм Түбәнге Новгород опера һәм балет театрҙары солисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Дилара Иҙрисова BraVo халыҡ-ара профессиональ музыкаль премияһы лауреаты булды. Уға «Иң яҡшы классик ҡатын-ҡыҙ вокалы» номинацияһында статуэтка тапшырылды.
Алып барыусылар уны «Башҡортостандың алтын сопраноһы», «үҙ быуынының иң уңышлы йырсыларының береһе» тип иғлан итте һәм наградаларын иҫкә төшөрҙө (Рәсәйҙең «Алтын битлек» милли театр премияһы лауреаты, ике тапҡыр «Онегин» премияһы лауреаты һәм башҡалар).
— Был матур сараны ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем, жюри ағзаларына ҙур рәхмәт. Профессор Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға рәхмәтемде белдерәм, уның ярҙамында сәнғәттә урыным бар. Шулай уҡ миңә үҙемдән дә нығыраҡ ышанған әсәйемә рәхмәт, — тине Дилара Иҙрисова сәхнәлә һәм Моцарттың «Аллилуйя»һын йырлап ишеттерҙе.
Премияны тапшырыу тантанаһы Рәсәйҙең Ҙур театрының тарихи сәхнәһендә үтте. Шулай уҡ беҙ яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡовтың BraVo премияһының ике наградаһына лайыҡ булыуын яҙғайныҡ. Әйткәндәй, Илдар Абдразаҡов та, Дилара Иҙрисова ла быйыл үҙенең 100 йәшен билдәләгән РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор Миләүшә Мортазинаның класын тамамлаған. 27 майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уның юбилейына арналған тантаналы концерт була.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.