10:08 (UTC+5), 31 Марта 2026

Республикала Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәләнде

Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге | Рәсми сайт
Ләйсән Закирова

III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, илдең төп балалар фольклор фестивале быйыл Өфөлә 23-27 июндә ойошторола.

Башҡортостандың баш ҡалаһына Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 86 ҡатнашыусы (78 ижади коллектив һәм 8 солист) килә. Балаларға 10-18 йәш.

Йәш артистар халыҡ ижадын халыҡ йыры, халыҡ бейеүе, халыҡ уйын ҡоралдары, традицион мәҙәниәт номинацияларында күрһәтә. 

Программа бик бай. Өс көн рәттән ҡаланың йәмәғәт киңлектәрендә концерттар була. Тамашасылар фольклориаданы асыу һәм ябыу тантаналарын ҡарай ала. Сәхнәлә төрлө төбәктәрҙән килгән ижади коллективтар, солистар һәм махсус саҡырылған ҡунаҡтар – хедлайнерҙар сығыш яһай.

Бынан тыш, Өфөлә «CIOFF VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы» күргәҙмәһе асыла. Һуңынан илдең төрлө төбәктәренән ҡатнашыусылар «Дуҫлыҡ әйлән-бәйләне»нә ҡушыла, артабан улар Ленин урамы буйлап Совет майҙанына тиклем ҙур сағыу парадҡа теҙелә.

Балаларҙы экскурсиялар, урындағы коллективтар менән ижади осрашыуҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре көтә. Ойоштороусылар улар өсөн «киске уйын» үткәрә, шулай уҡ Дәүләт ҡурсаҡ театрына алып бара.

Белешмә:

Беренсе Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы 2022 йылда Сыуашстанда уҙҙы. Ул саҡта 76 төбәктән ҡатнашыусылар килде. 2024 йылда икенсе халыҡ ижады байрамы ҡунаҡтарын Татарстан ҡабул итте.

Проект Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикова булышлығында булдырылған. Фестивалде ойоштороусылар – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы һәм Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-03-31/v-bashkirii-opredelili-uchastnikov-vserossiyskoy-detskoy-folkloriady-4633943

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика