


Санкт-Петербургта Михайлов театрының яңы художество етәксеһе итеп Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов тәғәйенләнде. Был хаҡта театр коллективы менән осрашыуҙа ҡала губернаторы Александр Беглов иғлан итте.
«Бөгөн театр тарихында яңы бит асыла, яңы художество етәксеһе тәғәйенләнде», – тине Беглов һәм коллективты яңы художество етәксеһе менән таныштырҙы.
Сарала Абдразаҡовты тәғәйенләү тураһында бойороҡ уҡып ишеттерелде. «Абдразаҡов Илдар Әмир улын эшкә алырға. Вазифа: театрҙың художество етәксеһе», – тиелә бойороҡта.
«Мусоргский исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия опера һәм балет театры – Михайлов театрының художество етәксеһе вазифаһын ҡыуанып, ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итәм һәм һоҡланғыс театр коллективының бер өлөшө булыуым менән бәхетлемен, — тип яҙа Илдар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Михайлов театры — бай тарихы, шәп труппаһы һәм тоғро, һиҙгер тамашасыһы булған үҙенсәлекле донъя. Бар ғүмеремде сәнғәткә һәм операға бағышлайым. Хәҙер мин Михайлов театры быуаттар буйына тупланған традицияларын артабан да һаҡлап ҡалһын һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыу рәүештә алға ҡараһын, яңы исемдәр асһын өсөн бөтә көсөмдө, тәжрибәмде һәм белемемде йүнәлтергә әҙермен. Михайлов театрының Севастополь опера һәм балет театры менән (мин унда ла художество етәксеһе) хеҙмәттәшлеге ике коллектив өсөн дә яңы офоҡтар асыр һәм тамашасыларға уртаҡ сағыу проекттар бүләк итер тип ышанам. Алда күп эштәр көтә, мин данлыҡлы Михайловский театрында сәнғәткә хеҙмәт итеү мөмкинлеге булыуына ысын күңелдән шатмын».
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.