

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Яҙыусылар союзы хәбәр итеүенсә, шағирә менән хушлашыу 27 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-лә була. Адресы: Туймазы ҡалаһы, Ленин урамы, 7, Әл-Фатих мәсете.
Таңһылыу Фаяз ҡыҙы Ҡарамышева 1948 йылдың 3 мартында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.
Өфөләге 1-се башҡорт интернат-мәктәбен, 1971 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Хеҙмәт юлын «Башҡортостан ҡыҙы» журналында башлай. Артабан СССР фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып алты йыл эшләй. «Ленинсы», «Башҡортостан пионеры», «Һәнәк», «Ағиҙел» журналдарында ла эшләй. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында «Йәшлек» гәзитен ойоштороуға күп көс һала, мөхәррир урынбаҫары була. Артабан «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең яуаплы сәркәтибе вазифаһын да алып бара.
Ҡәләм оҫтаһы оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатына хеҙмәт итә. 1993 йылда ул «Шоңҡар» йәштәр журналын ойоштороуҙа ҡатнаша. 1994 йылдан баҫманың баш мөхәррире була.
Таңһылыу Ҡарамышеваның ижад юлы эше университетта уҡыған йылдарында башлана. Шағирәнең «Саҡыр миңә», «Ҡосағыңа ал, ғүмер», «Тиҫтерҙәр», «Гөлләмә», «Йән доғалары» һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтары донъя күрә. Уның лирик шиғырҙары йәш ҡыҙ наҙлылығы, яратҡан әсә хәстәре, ҡатын-ҡыҙ хистәренең нескәлеге менән һуғарылған.
«Шағирә ижадында үҙ еренә, тыуған Башҡортостанына дан йырлай, республика тәбиғәтенең матурлығына һоҡлана. Ҡарамышеваның күп кенә шиғырҙары башҡорт халҡының данлы үткәненә һәм милли бөйөклөктөң хәҡиҡәтен эҙләүгә арналған, - тип баһалай уның ижадын өйрәнеүселәр. - Шул уҡ ваҡытта шағирә киләһе быуындың яҙмышы, туған теле, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре өсөн айырыуса борсолоуын белдерә».
2001 йылда Таңһылыу Ҡарамышеваға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.