

AY YOLA төркөмөнөң һәм танылған йырсы Алһыуҙың «Ай, былбылым» йырына клибын ике миллион тапҡыр ҡарағандар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, премьера 7 ғинуарҙа уҙҙы.
Клип беренсе көндә үк юғары баҫҡыстарға күтәрелде һәм Рәсәйҙең музыкаль трендтары иҫәбенә инде. Кадрҙарҙа Алһыу һәм AY YOLA төркөмө йырсыһы Адель Шәйхетдинова стилләштерелгән башҡорт костюмдарында. Ә музыкант Ринат Рамаҙанов 1500 баш аттан торған өйөр араһында оҫта итеп ҡурайҙа уйнай. Тамашасыларҙы иң ҡыҙыҡһындырғаны: клиптағы йылҡылар ысынмы, әллә яһалма зиһен ярҙамында эшләнгәнме? Ысынында иһә был һоҡланғыс кадрҙар – Иглин районында, ҡалған эпизодтар «Өфө муйынсағы»нда төшөрөлгән.


Хеҙмәттәшлек идеяһын төркөмдөң продюсеры Руслан Шәйхетдинов тәҡдим иткән.
«Алһыу менән танышҡас, берлектәге эш тураһында һүҙ сыҡты, ул үҙенең композицияһын минең аранжировкала башҡарырға тәҡдим итте. Мин иһә «Ай, былбылым»ды тәҡдим иттем. Был йырҙы бөтәһе лә белә, күптән төрлө өйҙәрҙә, төрлө телдәрҙә яңғырай», — тип һөйләй Руслан.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.